

Халыҡ - ара туған телдәр көнөнә бағышланған дәресебеҙ яҙыусы, тәржемәсе, ҡурайсы һәм йәмәғәт эшмәкәренең ошо бөйөк һүҙҙәре һәм башҡорт халыҡ яҙыусыһы Зәйнәб Биишеваның “Башҡорт теле” шиғырын яттан һөйләү менән башланып китте. Шиғыр яңғырағандан һуң, бөйөк шәхестәрҙең туған тел тураһындағы фекерҙәре менән таныштыҡ. Күп телдәр белгән һәм башҡорт телен өйрәтеү өсөн тапшырыуҙар алып барған Вячеслав Чернев тураһындағы видеофильм барыһын да һоҡландырҙы. Ул әлеге ваҡытта Варшавала университетта уҡый. Өфөлә БГПУ –ла уҡыған сағында БСТ каналында башҡорт телен өйрәтеү маҡсатында тапшырыуҙар алып барған. Артабанғы видеороликты ҡарағандан һуң, Американан килгән ғаиләнең башҡорт телен өйрәнеүе, «Урал батыр»эпосы менән хатта башҡа милләттәр ҙә ҡыҙыҡһыныуы, уны тап башҡорт телендә уҡырға теләүҙәре бик ҡыуаныслы күренеш икәненә инандыҡ. Туған тел тураһында тапҡыр һүҙҙәр, тиҙәйткестәр әйтеү, мәҡәлдәрҙе дауам итеү, шиғыр юлдарына тура килгән рифмалар табыу, «Бер һүҙ менән әйт» уйын – ярыштары айырыуса ҡыҙыҡлы үтте. Дәрес барышында 8б класынан Бүкәнбаева Динәнең, Рәшитова Ралинаның, 8а класынан Ҡолгидиева Әлфинәнең туған тел хаҡында ятлаған шиғырҙары ҙур алҡыштарға күмелде. Экрандар аша Юлиә һәм Зилиә Бахтиевалар, Алтынай Юлдашеваның “Башҡорт телендә һөйләшәм” йыры дәрескә дәрт - дарман өҫтәп, күңелдәрҙе тағы ла елкендереп ебәрҙе. 8б класынан Искәндәрова Руфинаның, 5б класынан Харрасова Наҙгөлдөң алдан әҙерләгән видеороликтары ла бар уҡыусыларҙың да күңелдәренә хуш килде. Уҡытыусыларыбыҙ Гөлнур Насип ҡыҙы Нафиҡова, Филүзә Рәжәп Харрасовалар ғаиләләрендә туған телдә таҙа һөйләшкән, уҡый-яҙа белгән һәм башҡортса бөтөнләй белмәгән балаларҙың һанын иҫәпләгәндәр. Баҡтиһәң, гимназиябыҙҙа ҡала уҡыусылары араһынан- 50%, интернатта йәшәүсе
балалар араһынан – 89% ғаиләлә туған телендә һөйләшә икән. Дәресте ҡарарға килгән барлыҡ уҡытыусылар ҙа, уҡыусылар ҙа уйланып та, шул уҡ ваҡытта илһамланып һәм рухланып таралыштылар.
Телен ҡәҙерләгән халыҡ – хөрмәтле, абруйлы халыҡ. Туған телебеҙ беҙгә кәрәк, башҡаларға түгел. Уны өйрәнәйек, таратайыҡ, данлайыҡ!
3-сө БРГИ-ның 8б класы уҡыусыһы Руфина Искәндәрова.