

Туған тел – ата-бабаларыбыҙ ҡалдырған һәм беҙ киләсәк быуынға тапшырырға тейешле иң бай рухи ҡомартҡы. Ошо изге бурысты тулыһынса атҡарыу өсөн бөгөн беҙ ҡулдан килгәндең барыһында эшләргә тейешбеҙ. Әсә теле үҙ телеңдә һөйләшеү, аралашыу өсөн генә кәрәк, тигән һүҙҙәрҙе йыш ишетергә тура килә. Һәм күп кенә ата-әсәләр балаларын рус телендә уҡытырға тырышалар. Ойоштороусылар конференцияла ата-әсәләргә ошо проблеманы еткерергә тырышты. Конференцияла сығыштар яһағандарҙың темалары гел беҙҙең төп маҡсаттарының береһе – туған телде һаҡлау һәм үҫтереү тураҙында ине. Уның турала Шәмиғолова Ә.Ф., ҡала ҡоролтайы рәйесе, Арыҫланова Р.Ф., Күмертау ҡалалаһы ҡала округының. «Мәғәриф идаралығы методисы, Ғәбитова В.К., ҡала башҡорттары ҡоролтайының ата –әсәләр комитеты рәйесе, Ниғмәтуллина Н.Н., Күмертау ҡалаһы 5-се урта мәктәбенең башланғыс кадет класстар уҡытыусыһы, Хөсәйенова З.Р., Мөхәмәт Исҡужин исемендәге прогимназия, “Азамат” балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе, Тимербулатов Ш.А., 3-сө Республика башҡорт интернет-гимназия директоры һөйләнеләр. Һәм конференцияның төп маҡсатыбыҙ – ата-әсәләрҙе берләштереү һәм балаларыбыҙҙы үҙ телендә уҡытырға тырышыу.тормошҡа ашырыуына ышанабыҙ.
Күмертау ҡалаһы башҡорттары ҡоролтайы