

Әгәр ата-әсәләр “Баламды башҡорт телендә уҡытам” тип ғариза яҙһа Федераль дәүләт белем биреү стандарттарына ярашлы уҡыу учрежденияһы туған телендә белем алырға, туған телен предмет булараҡ өйрәнергә теләгән балалар өсөн тейешенсә шарттар булдырырға тейеш. Әгәр ҙә ҡаршылыҡтар була икән, хоҡуҡтарығыҙҙы файҙаланып, балағыҙҙың туған телдә белем алыуын ойошторайыҡ! Күмертау ҡалаһы башҡорттары ҡоролтайына (К.Маркса урамы, 24-се йортта урынлашҡан) мөрәжәғәт итегеҙ, шулай уҡ интернет селтәрендәге Вконтактелағы “Күмертау ҡалаһы башҡорттары” төркөмөнә яҙығыҙ. Атай-әсәйҙәр әүҙемерәк булайыҡ. Кемдең ниндәй һорауы, тәҡдиме бар көтәбеҙ. Балаларығыҙҙы үҙ телендә һөйләшә, аралаша белеүҙән, үҙ телендә уҡый, яҙа белеүҙән мәхрүм итмәгеҙ. Бына һеҙҙең алда Күмертау ҡалаһында эшләп килгән башҡорт мәктәптәре, башҡорт балалар баҡсаһы һәм төркөмдәре күрһәтелгән карта. Үҙ балаларығыҙҙы башҡорт төркөмдәренә йөрөтөгөҙ, таныштарығыҙҙы саҡырығыҙ. Әгәр өй эргәһендә башҡорт балалар баҡсаһы юҡ икән, башҡорт төркөмөн асырға хоҡуғығыҙ бар. Нисек ғариза яҙырға икәнлеген, шулай уҡ Күмертау башҡорттарының Ҡоролтайы сайтында табырға була.
Ҡалала тыуып үҫкән балалар ҙа башҡорт телендә иркен аралашырға, туған теленең нескәлектәрен белергә хоҡуҡтары бар. Был һеҙҙән тора атай-әсәйҙәр, балаларыбыҙҙы үҙ телен өйрәнеүҙән мәхрүм итмәйек! Улар ҙа үҫер, тормош ҡорорҙар, үҙ илендә туғандар менән үҙ телендә аралашып бәхетле йәшәһендәр.
Ғаиләлә телде өйрәнергә интернет Һәм телевидение ла ярҙамға килә. Мәҫәлән, Күмертау ҡала китапханаһы ойошторған “Библионяня” проекты эшләп килә, бында балаларға башҡортса әкиәт тыңлатырға мөмкин. “Учу башкирский язык” курсы ла бар, курсҡа Күмертау башҡорттары ҡоролтайы сайтына инеп яҙылырға була...
Вәсилә ҒӘБИТОВА, Күмертау ҡала башҡорттары ҡоролтайының ата-әсәләр комитеты рәйесе
Материал тулы килеш гәзиттә 25 февраль һанында баҫылды.