"Һаумыһығыҙ" тигәнде лә әйтә белмәй

Ермолаевоның Батыр балалар баҡсаһында исем өсөн башҡорт төркөмө асып ҡуйҙылар. 

"Һаумыһығыҙ" тигәнде лә әйтә белмәй"Һаумыһығыҙ" тигәнде лә әйтә белмәй
"Һаумыһығыҙ" тигәнде лә әйтә белмәй

Няньяһы ла башҡорт түгел, телде белмәй, балалары бер ауыҙ һүҙ башҡортса белмәй. Исеме генә башҡорт төркөмө булып тора. Баҡсала башҡорт теле белгән эшселәр ҙә бар, ни өсөн уларҙы шул төркөмгә ҡуймайҙар. Бер тапҡыр баштан үткән бәлә, тағы килеп тыуҙы. Төркөмдө асҡанда 5-6 бала йөрөһә лә бүтән төркөмдәр менән ҡушмайбыҙ тинеләр ҙә. Хәҙер ҡайҙа тәрбиәсе юҡ, шул төркөмгә ҡушып тик йөрөтәләр, өйһөҙ ҡуяндар кеүек. Заведующийга әйтһәк, өс бала өсөн төркөмдә свет яндырып ултырмайым инде ти. Башҡортса эш алып барылмай, ябай ғына рәхмәт, һаумыһығыҙ тигән һүҙҙәр ҙә әйтә белмәй ул төркөм балалары.

Хатты алыу менән беҙ "Батыр"ға юл тоттоҡ. Яуап - киләһе һанда.

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас