

Дәүләт телдәре тураһындағы закон Көйөргәҙе районында нисек үтәлә - ошо һорауға яуап эҙләп, бер нисә вазифалы кеше эйәртенешеп сығып киттеләр бөгөн. Рәмилә Рахманғолова, район мәғариф бүлегенең туған телдәр буйынса методисы, Нурзилә Хәйбуллина мәғлүмәт бүлегенең баш белгесе (фотоға төшөрөп, мәңгеләштерергә оҫта ла кәрәк) һәм беҙҙең хәбәрсе. Башлыҡ урынбаҫары Данил Акилов сәфәргә һуңлап ҡына ҡушылды - тәүҙә мөһим эштәренән айырыла алмай ултырҙы. Ермолаевоның бер нисә магазинын буйланылар, баҙарға һуғылдылар.
Законы - закон, кәштәләге тауарҙарҙан күҙҙе алып булмай, хаҡтар нисек икән? Был эшлекле сәфәрҙең тел өсөн файҙаһы булырмы, беҙҙең хәбәрсенең тамағы өсөн файҙаһы ныҡ булды: сумка тултырып ҡайтҡан. Ермолайҙа хаҡтар Күмертауҙыҡынан арзаныраҡ икән.