Все новости
Әсәм теле - сәсән теле
15 Апреля 2022, 09:53

Яҡутта - "Әлифба" байрамы

Мине "Әлифба" байрамына саҡырҙылар, ошо уҡ балалар китапханаға ла әүҙем йөрөйҙәр, ошо балаларҙың уңыштарына ҡыуанып ултырҙым. Ҡыуанысымды һеҙҙең менән дә уртаҡлашам, Юшатырҙар.

Яҡутта - "Әлифба" байрамы
Яҡутта - "Әлифба" байрамы
Кисә Яҡут ауылы мәктәбе айырыуса матур итеп биҙәлгән, сөнки бында баласаҡ иленең иң иҫтәлекле байрамдарының береһе "Әлифба" байрамы ата- әсәләрҙе, өләсәйҙәрҙе бергә йыйып һәр бер кисәгә килгәндәрҙең күңеленә тәүге тапҡыр "Әлифбаны" ҡулына алған көндө иҫтәренә төшөрөп кенә ҡалмағандыр, бөгөнгө байрам кисәһе бүләк иткән балаларға ихлас күңелдән ҡыуанышып ултырғандарҙыр.
Әле яңы ғына мәктәп иленең ишеген асып кергән балалар, Кадыргулов Айгиз, Биктимеров Рәнил,
Назарова Әлиә,
Габбасова Данила беренсе еңеүҙәрен байрам иттеләр!
Хәҙер инде бөтәбеҙ ҙә,
Хәрефтәрҙе беләбеҙ!- ошо шиғыр юлдарын балалар бик ҙур ғорурлыҡ менән уҡып ишетерҙеләр, Әлифбаны уҡырға өйрәткән апаларына, ата- әсәләренә.
Гөлшат апалары уҡыусыларына бик матур теләктәрен еткерҙе.
Эйе, балалар уҡыу еңелдән бирелмәй, әммә һеҙ юғалып ҡалманығыҙ, бик тырышып хәрефтәрҙе өйрәндегеҙ, уҡып яҙа белеүегеҙ ҙур ҡыуаныс.
Балаларҙың көслө алҡышына "Әлифба" ролен алған Әминә апайҙары килеп сыҡҡас, бәйрәмгә йәм өҫтәлде, бер- береһенән уҙҙырып балалар белемдәрен күрһәттеләр.
Ә инде 2 се синыф уҡыусыһы Искәндәр Мәсәғүтов бүләк иткән "Туған тел" китабын бүләк итеүе һәр бер баланың күңелендә һаҡланыр.
Байрам концерт номерҙары менән үрелеп барҙы, йырланылар, бейенеләр, төрлө сығыштар яһанылар.
Ғилем үҙҙәренә ҙур юл асылды, ҡыйыу, тайпылмай атлағыҙ- тип теләнеләр ата- әсәләре балаларға. Иншаллаһ!
Рамаҙан айында теләгән теләктәрегеҙ һис шикһеҙ ҡабул булыр, ошо балалар киләсәктә лә бик тырыш уҡыусылар булырҙар!!!
Таңһылыу Исламғолова, Яҡут ауылы. 
 
Автор:Дим Ильясов
Читайте нас: