Все новости

Рух һағында тороусылар

Беренсе тур һөҙөмтәләре буйынса еңеүселәр: Гран – при - Саттарова Айзилә (Яҡшымбәт ауылы мәктәбе); 1 урын – Новикова Элина (Ермолаево ауылының 2 – се мәктәбе); 2 урын Ишмөхәмәтова Камила (Ермолаево ауылының 1 – се мәктәбе); 3 урын Зәйнәғәбдинова Әлфизә (Зәк – Ишмәт ауылы мәктәбе); Итҡолова Эльвина (1 – се һанлы Ермолаево мәктәбе). 

Рух һағында тороусылар
Рух һағында тороусылар

...“Урал батыр” конкурсында ҡатнашҡан уҡыусылар Көйөргәҙе районы мәғариф бүлегенән, "Берҙәм Рәсәй" Бөтә Рәсәй сәйәси партияһының урындағы бүлексәһенән, район депутаты Хәйбуллин Дамир Минияр улынан һәм Көйөргәҙе районы башҡорттары Ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Ишмөхәмәтов Юлай Юныс улынан матур бүләктәр, Почет грамоталары алып ҡыуанды. Уҡыусыларҙың сығыштарын лайыҡлы баһалағандары, ярҙам ҡулы һуҙғандары өсөн ҙур рәхмәт белдерәбеҙ. Шулай уҡ рәхмәттәрҙе 1-се мәктәп директоры Самсоненко Александр Степановичҡа, башҡорт теле уҡытыусылары - Иҙрисова Резида Рәғип ҡыҙына, Туйсина Закира Париж ҡыҙына, Пионерҙар йорто директоры Заварзина Лариса Владимировнаға юллайым. Ҙур рәхмәт һеҙгә!

Рәмилә Рахманғолова, район мәғариф бүлеге методисы. 

Автор:Айгөл Халиҡова
Читайте нас: