Все новости

Тел - халыҡтың байлығы

Оҙаҡламай балалар баҡсаларында сығарылыш кисәләре уҙғарыласаҡ. 

Тел - халыҡтың байлығы
Тел - халыҡтың байлығы

Мин үҙем, Күмертау ҡалаһында тыуып үҫеүемә ҡарамаҫтан, беренсе синыфтан уҡ башҡорт телендә уҡыным. 1991 йылда 12-се һанлы урыҫ мәктәбендә тәү тапҡыр беренсе башҡорт башланғыс синыфын Зилә Кәлимулла ҡыҙы Аҙнабаева асып ебәрҙе. Беҙ башҡортса уҡыныҡ, башҡортса йырҙар йырланыҡ. Башҡортса бейергә Гөлнара апай өйрәтте (ҡыҙғанысҡа ҡаршы, атаһының исемен дә, фамилияһын да иҫләмәйем). Башҡортса күп асыҡ дәрестәр күрһәттек. Өфө ҡалаһынан килеп видеоға төшөргәндәре хәтерҙә. Йылдар үткәс кенә, был сараларҙың башҡорт синыфы исемен аҡлар өсөн уҙғарылғанын аңланым. 1994 йылда Зилә Кәлимулла ҡыҙы Аҙнабаева, Хәйәт Ғәни ҡыҙы, Нурия Ғәли ҡыҙы Хәлилова көстәре менән 13-сө һанлы башҡорт мәктәбе асылды. Әлбиттә, беҙ бөтә синыф менән автомат рәүешендә шул мәктәпкә 5-се синыфҡа уҡырға күстек. Ә Зилә Кәлимулла ҡыҙы, беҙҙе башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрен уҡытты. 13-се һанлы башҡорт мәктәбен нигеҙләндереп, асып ебәргән, беҙ уҡыған йылдарҙа уҡытҡан бар уҡытыусыларға бик ҙур ихтирам һәм рәхмәт һүҙҙәрен еткергем килә. Башҡорт теленә һөйөү уятып, тәрбиәләп, тел асҡыстарын бирә алғанығыҙ, башҡорт теленең матур, бай, хозур, ғәзиз тел булараҡ күрһәткәнегеҙ өсөн рәхмәт һеҙгә.
Хәҙерге ваҡытта 13-сө һанлы башҡорт мәктәбе Мөхәмәт Исҡужин исемендәге Прогимназияһы булып Әнисә Сәғит ҡыҙы Түләгәнова етәкселегендә эшен гөрләп дауам итә.

...Беҙ кескәй дуҫтарыбыҙҙы ашҡынып көтөп ҡалабыҙ, рәхим итегеҙ!
Айгөл Сәлих ҡыҙы Ихсанова М.Исҡужин исемендәге Прогимназияһының юғары категорияһы тәрбиәсеһе.

Хат тулы килеш гәзиттә баҫылды. 

Автор:Гөлнур Хөсәйенова
Читайте нас: