Все новости
Әсәм теле - сәсән теле
28 Августа 2022, 11:33

Һөйөү яуапһыҙ булмаһын

Ҡалай матур булып баҫып торалар! 

Һөйөү яуапһыҙ булмаһын
Һөйөү яуапһыҙ булмаһын

Киләсәк быуында милли рух тәрбиәләгән кешеләр, райондың башҡорт-татар теле уҡытыусылары. Телебеҙҙең кәм, әҙәбиәтебеҙҙең хур булмауын йылдар буйы иҫбатлаған шәхестәр. Йәшерене юҡ: бөгөнгө көндә бик еңелдән түгел был. Милли телде уҡытҡан мөғәлим булыу - ябай профессия ғына түгел, тәбиғәттән бирелгән һәләттән тыш, был һөнәргә тоғро булыу, уны (телде, илде) бирелеп яратыу мотлаҡ.
Һайлған һөнәрҙәре был апай-ағайҙар өсөн - мәңгелек мөхәббәт. 
Яратыуығыҙ ике яҡлы булһын, йәғни, үҙегеҙ ҙә һөйөгөҙ, һеҙҙе лә һөйһөндәр. Быйылғы уҡыу йылығыҙ ҙа ғишыҡ утында дөрләп үтһен. 

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас: