Все новости
Әсәм теле - сәсән теле
10 Сентября 2022, 09:04

Оялыу

Көнө.... Бер ҡараһаң, ҡояш күренеп, аҙыраҡ йылыһын биреп ала, тик оҙаҡҡа һуҙылмай уның ихласлығы, юғала, артынса күкте болоттар ҡаплай, ямғыр һибәләргә тотона, һалҡын ел иҫеп, тәнде генә түгел, күңелгә тиклем кереп, ҡалтырата башлай.  

Оялыу
Оялыу
Ошондай көндөң кисендә Көйөргәҙе районы үҙәге - Ермолаевоның "Батыр" балалар баҡсаһына ата-әсәләр йыйылды. Башҡорт төркөмөнә йөрөрлөк балалалар табыу оло бәлә, йыйылыштың төп маҡсаты - оло апай-ағайҙарға милли төркөмдө бөтөртмәҫкә тигәнде алып барып еткереү ине. 
- Әле башҡорт төркөмөндә 9 бала йөрөй, был аҙ. Төркөм эшләһен өсөн 15 бала кәрәк. Башҡорт төркөмдәре бөтөн ерҙә ябылып бөттө, Ермолаевола ла, Күмертауҙа ла. Сәбәп - ата-әсәләрҙең сабыйҙарын үҙ телендә тәрбиәләргә теләмәүе, - баҡса мөдире Савинкова Ольга Николаевнаның тауышында хатта инәлеү бар, бына әле йыйылышҡа тип килеп ултырған бер нисә ата-әсәгә нисектер аңлатырға кәрәк - балаң туғане телен белеп үҫһен.
Инәлеүгә район мәғариф бүлеге начальнигы Евгения Бочарникова ла ҡушыла.
- Беҙ күп милләтле илдә йәшәйбеҙ. Һәр бала туған телен белергә тейеш тип уйлайым. Хатта мин үҙем дә аҙ-маҙ башҡортса аңлайым. Заманында был телде ныҡлап өйрәнмәгәнемә үкенәм. 
Мәктәпкәсә белем биреү методисы Кузьмина Ирина Ивановна ла өгөткә оҫта, ул да ни өсөн Башҡортостанда башҡорт балалары башҡортса белергә тейеш икәнен дәлилләргә кереште.... 
- Малик Минибулатович, может вы скажите пару слов? - Евгения Владимировна шулай тип әллә яҡлау һораны беҙҙән.
- Юҡ. Нейтралитет һаҡлап ултырайыҡ әле.
Дөрөҫөндә, әйтер һүҙ юҡ. Өгөт  бындай осраҡта ярҙам итмәй, ана һөтө менән кермәгәнде....  Кемдеңдер күҙ ҡарашына яңғылыш юлығып ҡуймайым тип, баш аҫҡа эйелде. Берәй ярыҡ булһа, шунда ин дә, сыҡмай ғына тик ултыр. 
Өс рус кешеһе балаһы башҡортса белһен тип, башҡорттарҙы өгөтләй, ялбара...  Бындай халыҡтың киләсәге бармы ла ул ихтирамға лайыҡлымы? Аптыраҡ өҫтөнә аптыраҡ. Оят, ғәрлек, кәмһенеү. Вәт һиңә никтыуҙым халыҡ...
Бер әсә, ваҡытым юҡ, китәйем тип урынынан торҙо ла, сығыу яғына йүнәлде. Артынан ҡысҡырҙылар:
- Һеҙ балағыҙҙың туған телен белеүен теләмәйһегеҙ, тимәк?
- Юҡ. Үҙем дә белмәйем уны. 
Тышҡа сыҡтыҡ. Күк асылған ине. Руслан Әминев, хакимиәттең төҙөлөш бүлеге начальнигы өндәшә:
- Күмертауҙа бер дуҫ егет балаһын башҡорт төркөмөнә йөрөттө. Телде белһен тине. Үҙе сеп-сей рус кешеһе. 
Ҡояш арҡаға йылыһын бөрктө. Тик оҙаҡ түгел, һауа кире ябылды. Уға ла нимә өсөндөр ныҡ оят ине ахры.
 
Материал тулы килеш киләһе һанда гәзиттә баҫыла. 
Автор:Дим Ильясов
Читайте нас: