Все новости
Әсәм теле - сәсән теле
15 Сентября 2022, 16:50

Радионың башҡортса һөйләгәне кәрәк

Ауылыбыҙға электричество үткәргәндәрендә миңә биш йәш ине. Тимәк, 1959 йылда була. 

Радионың башҡортса һөйләгәне кәрәк
Радионың башҡортса һөйләгәне кәрәк

Электр менән бергә радио ла үткәрҙеләр. Электричествоны күрше ауылдан, урындағы дизел электро-станцияһынан, радионы, радио узелдан һуҙҙылар.
Лампочкаға ул ваҡытта ҡытлыҡ ине. Токтың көсө 127 вольт булһа ла, лампочка, нишләптер, тиҙ эштән сыға торғайны. Лампочка янһа, ферма һарайҙарын яҡтыртырға ҡуйылған лампочкаларҙы бороп алып, урынына өйҙән эштән сыҡҡанын бороп ҡуя торғайнылар. Һуҡыр кәрәсин лампанан һуң Ильич лампаһы ҡояш кеүек күҙҙе сағылдырып яҡтырта торғайны. Кис етһә, беҙ, бала-саға, юрған аҫтына кереп, шунан ғына ҡарап ята торғайныҡ. Ферманан алып ҡайтҡан лампочкалар көслө 200 – 250 ватт тирәһе булғандыр инде. Көслө яҡтырта торғайны.
Ҙур ҡалпаҡлы радиоларҙы һәр өйгә ҡуйып сыҡтылар. Халыҡ тиҙ арала ҡалпаҡлы радио тигән исем бирҙе батмус ҙурлыҡ радиоға. Оло байрам ине ауыл халҡы өсөн. Радиотапшырыуҙарын кинәнеп тыңлай торғайныҡ, айырыуса баш ҡалабыҙ Өфөнөң башҡортса тапшырыуҙарын, иртәнге, төшкө, киске концертты. Рус тапшырыуҙарын, урыҫса аңламағас, бала-саға, ҡарт-ҡоро бигүк тыңламай инек.
Бер көндө беҙгә күрше инәй килеп инде. Радионан ул килерҙән алда ғына Өфө һөйләй башлағайны. Күрше инәй аптырап:
- Һеҙҙең радио башҡортса һөйләй, минеке русса һөйләп ҡалды - тип аптыраны.
Әсәйем аптыраған булып:
- Әллә беҙеке гел башҡортса һөйләй, һирәк кенә русса, - тип шаяртты инәйҙе.
Инәй ныҡ ышанды ахыры:
- Радиомеханик Хәйҙәргә әйтәйем, килеп ҡараһын, йә радионы алыштырһын, миңә лә башҡортса һөйләгәнен ҡуйһын, - тип үҙенсә һығымта яһаны.
Хәмзә ИШДӘҮЛӘТОВ, Күмертау ҡалаһы

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас: