Все новости
Әсәм теле - сәсән теле
17 Сентября 2022, 07:57

Урааа!

Ставрополье крайынан ҡыуаныслы яңылыҡ! 

Урааа!
Урааа!

"Иң яҡшы туған тел һәм әҙәбиәт уҡытыусыһы" Бөтә Рәсәй профессиональ конкурсының кисә "Класс сәғәте" этабы уҙҙы.

Был конкурс һынауынан һуң ун ете лауреаттың алтыһы ғына финалистар исемлегенә инде. Ишдәүләтов Мирас Рәшит улы ла был исемлектә!

Конкурстың бөгөн һуңғы көнө. Яҡташыбыҙ Киров, Рязань өлкәләренән, Төньяҡ Осетия-Алания, Дағстан республикаларынан һәм Санкт-Петербург ҡалаһы уҡытыусылары менән “Оҫталыҡ класы” конкурс этабында көс һынаша.

Яуаплы, тулҡынландырғыс мәл...

Мирас Рәшит улына уңыштар, тел асҡыстары теләп ҡалабыҙ.

Редакциянан: кемдәр беҙҙең төркөмдә яҡташ егетебеҙ (Яҡут ауылы) өсөн тауыш биргән - ҙур рәхмәт! 

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас: