Все новости
Әсәм теле - сәсән теле
10 Декабря 2022, 11:41

МӘКТӘПТӘ - ШИҒРИӘТ БӘЙГЕҺЕ

Мөлөкова Гөлзиә Фәтих ҡыҙы мине бер аҙна элек үк мәктәпкә саҡырғайны.

МӘКТӘПТӘ - ШИҒРИӘТ БӘЙГЕҺЕ
МӘКТӘПТӘ - ШИҒРИӘТ БӘЙГЕҺЕ

Көйөргәҙе районының Баязит Бикбай исемендәге Мораптал урта дөйөм белем биреү мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Мөлөкова Гөлзиә Фәтих ҡыҙы мине бер аҙна элек үк мәктәпкә саҡырғайны.
Саҡырыуының сәбәбен дә аңлатты-аҙна дауамында,5-нән 10 декабргә тиклем,һәр йылдағыса,татар теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Эльфира Кәрим ҡыҙы Вәлиева менән бергә "Туған телдәр" аҙналығы үткәрергә йыйыналар икән.Аҙнаның бер көнөндә балалар араһында шиғыр һөйләү бәйгеһен дә үткәрергә планлаштырғандар.Минең бурысым балаларҙың нисек итеп шиғыр һөйләүҙәрен иғтибар менән тыңлап ултырыу,һәр ҡайһыһына баһалама биреүҙән тора икән.
Гөлзиә Фәтих ҡыҙының тәҡдимен шатланып ҡабул иттем-шиғыр тыңларға яратам мин!
Бына,ниһайәт,бәйге буласаҡ көн дә-9 декабрь ҙә килеп етте.Был ваҡытҡа тиклем мин Өфөгә лә барып әйләндем.
Гөлзиә Фәтих ҡыҙы ла,Эльфира Кәрим ҡыҙы ла балаларҙы шиғыр бәйгеһенә яҡшылап әҙерләгәндәр.
Береһенән береһе эстәлеклерәк,мәғәнәлерәк,төрлө темаға арналған шиғырҙарҙы тыңлап ултыра торғас,бер сәғәт ваҡыттың үткәне һиҙелмәне лә.Уҡыусылар шиғырҙарҙы интонация менән,ихлас күңелдән,барлыҡ күңелдәрен биреп һөйләнеләр.Миңә барыһының да сығышы ифрат ныҡ оҡшаны.Әммә бәйге бәйге булып ҡала инде.Иң яҡшы һөйләүселәр араһында ла тағы ла яҡшыраҡ һөйләүселәр ҙә-"иң-иңдәре" лә табыла бит ул!Был юлы ла шулай булды.
11 кластан Танатарова Ангелинаны,
9 кластан Ишкинина Зәлиәне,
6 кластан Шәмсетдинова Динәне комиссия ағзалары "иң-иңдәре",иң шәптәре тип таптылар.
Әллә ни күп ваҡыт та үтмәҫ,төрлө кластарҙа уҡыусы, туған теленең ҡәҙерен,бәҫен белгән,шиғри телде аңлаусы,барлыҡ күңелдәре,йөрәктәре менән камиллыҡҡа ынтылыусы балалар-
Аҙнабаев Фидан,
Кинйәғолова Динара,
Ҡарабаева Дания,
Мостафина Айһылыу,
Суворова Аниталар ҙа "иң-иңдәр" рәтенә баҫыр!
Шундай тырыш,илһөйәр һәм телһөйәр балаларыбыҙ булғанда туған телебеҙгә ҡурҡыныс янамаҫ!
Шиғыр бәйгеһенән сыҡҡанда күңелемдең иң түренә ошо уй тамырланып та өлгөргәйне инде.

Сулпан Миңлебаева, Яңы Мораптал ауылы

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас: