Все новости
Әсәм теле - сәсән теле
14 Декабря 2022, 14:20

Рәхмәт, Рима апай!

Яҡшымбәт мәктәбендә бөгөн - Башҡорт теле көнөндә яҡташ шағирәбеҙ Рима Ибраһимова - Әбйәлилова менән осрашыу үткәрҙек.

Рәхмәт, Рима апай!
Рәхмәт, Рима апай!

Шағирә уҡыусыларға бала сағы, уҡыу йылдары, ижады хаҡында илһамланып һөйләне, шиғырҙарын уҡыны. Балалар шағирәгә үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙар бирҙеләр. Осрашыу аҙағында шағирә апайыбыҙ уҡыусыларға изге теләктәрен еткерҙе. Ижад шишмәләрегеҙ һайыҡмаһың, яңы китаптарығыҙ донъя күрһен, хөрмәтле Рима апай! Осрашыуға килгәнегеҙ өсөн оло рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ.

Рузалиә Айҙарова.

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас: