Все новости
Әсәм теле - сәсән теле
16 Декабря 2022, 17:08

Есем

Институт тупһаһына етәрәк, теҙ быуындары тотмай башланы.

Есем
Есем
Күңелде әллә ниндәй хис биләп алды, әллә рәхәт хис, әллә ҡыйын, ҡапыл ғына аңларлыҡ түгел. Тыуған йорт һымаҡ бина бит ул, алты йыл ғүмер ошонда үтте тиһәң дә була, йәшлек эҙҙәре бында һаман һаҡлана кеүек.
Институт тулы йәштәр - эх, беҙҙең дә бар ине бит ошондай саҡтар!
Стәрлетамаҡ педагогия институтын әйтәбеҙ. Исеме әллә нисә алышынды, есеме генә шул килеш ҡалды - һәйбәт белгестәр әҙерләүҙе дауам итәләр. 
Беҙҙе, ҙурлап, жюри тип ҡуйғандар ине, Йәш журналистар конкурсында еңеүселәрҙе билдәләгеҙ. Билдәләнек. Бүләктәр тапшырҙыҡ. Беҙгә лә бер пакет тотторҙолар, Рәхмәт хаты һәм ҙур ҡаплы сәй. 
Килгән конкурсанттар... Ҙур бер аудитория ла ул. Буласаҡ журналистар тип, мәртәбәләрен күтәрҙеләр. Күҙ ҡыҙҙы. Матур-матур  егет-ҡыҙҙар. Әле үк, үҙебеҙ менән ултыртып алып ҡайт та кит - йәштәр, дәртлеләр, талантлылар. Милли баҫмала эшләр кеше ҡалмай башланы, юғиһә. Дөрөҫ, араларында уҡыусы балалар ҙа бар, улар ҙа, бәлки, ҡасандыр, ҙурайғас, журналист булам тип хыял йөрөтәлер. Бирһен Хоҙай. Кадрҙар, бигерәк тә, шәптәре ныҡ дефицит хәҙер. 
Йылы һүҙ әйттек, беҙгә лә, яуап итеп, матур һүҙҙәрҙе йәлләмәнеләр. Ашаттылар хатта. Билмән. Гоголь әкиәтендәге кеүек, ауыҙға үҙҙәре килеп инде. Ныҡ тәмле инеләр, әллә һыйлаған кешеләр - үҙебеҙҙең элекке уҡытыусылар - һәйбәт булғанға шулай тойолдо. 
....Башҡорт теле тип күп һөйләнеләр (беҙҙең гәзит эше лә шул тирмәнгә һыу ҡоя бит инде), нимәһе: журналист булаһығыҙмы, юҡмы, уныһы ҡараңғы, есемегеҙгә хыянат итмәһәгеҙ, булды. Ошоноһо башҡаларынан мөһимерәк. 
Автор:Дим Ильясов
Читайте нас: