Все новости
Әсәм теле - сәсән теле
14 Января 2023, 12:40

Ихлас ҡотлайбыҙ!

12-13 ғинуарҙа Р. Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназияһында башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән төбәк-ара олимпиада үтте.

Ихлас ҡотлайбыҙ!
Ихлас ҡотлайбыҙ!

Районыбыҙҙан Ермолаево ауылы В. Г. Недошивин исемендәге 1-се һанлы урта мәктәбе уҡыусыһы Келова Сулпан (етәксеһе Туйсина З. П.) һәм Яңы Таймаҫ ауылы Р. Солтангәрәев исемендәге гимназия уҡыусыһы Хөсәйенов Инсаф (етәксеһе Әҙеһәмова Г. Ф.) ҡатнашты.
Уҡыусылар башҡорт теле һәм әҙәбиәте, республикабыҙҙың тарихы, күренекле шәхестәре, мәҙәниәте хаҡында белемдәрен күрһәтте, текст өҫтөндә эш башҡарҙы.
Келова Сулпанды призлы урын яулауы менән ихлас ҡотлайбыҙ! Афарин!

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас: