Все новости
Әсәм теле - сәсән теле
22 Февраля 2023, 08:08

Барыһы ла ҡәнәғәт

3- сө БРГИ - да Халыҡ - ара туған телдәр көнөнә арналған асыҡ дәрес булып уҙҙы.

Барыһы ла ҡәнәғәт
Барыһы ла ҡәнәғәт

Был матур сараны башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары Г.Н. Нафиҡова һәм Ф. Р. Харрасова алып барҙы. Халҡыбыҙҙың билдәле шәхестәре, данлыҡлы "Урал батыр " эпосы һәм күргәҙмә китаптар аша уҡыусылар туған халҡыбыҙҙың шанлы тарих юлдарын, бөгөнгөһөн, киләсәген күҙалланы. Уҡытыусыларҙың әйткән мәҡәл - әйтемдәре, нығынған һүҙбәйләнештәре, йомаҡтары аша балалар халыҡ ижадының туған телебеҙҙе өйрәнгәндә ниндәй мөһим роль уйнағанын аңланылар, ҡыҙыҡлы һорауҙар бирҙеләр һәм үҙҙәре лә тапҡыр яуаптар ҡайтарҙылар. Дәрес аҙағында үткәрелгән "Уйла, эҙлә, тап"уйыны уҡыусыларҙың белемдәрен тикшереп ҡарарға ярҙам итте.
Туған телдәр көнөнә арналған саранан барыһы ла ҡәнәғәт ҡалды.

Автор:
Читайте нас: