Все новости
Әсәм теле - сәсән теле
22 Февраля 2023, 11:37

"Эшлекле башҡорт теле"

Телле булайыҡ, милләттәштәр!

"Эшлекле башҡорт теле"
"Эшлекле башҡорт теле"

Туған телдәр көнөндә Үҙәк китапхананала "Эшлекле башҡорт теле" курстарын ябыу тантанаһы үтте. Дәрестәргә ҙур теләк, ҡыҙыҡһыныу менән йөрөнөләр Күмертау ҡала башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Шәмиғолова Әлфиә Фәйзрахман ҡыҙы, башҡорт теле уҡытыусылары Фәнил һәм Земфира Байбулатовтар, Мырҙағолова Менәүәрә, Әбхәлимова Зилә, Усманова Земфира, Ғөбәйҙуллина Рәзилә, Ишмакова Фәниә һәм башҡа курсанттар. Тәжрибәле уҡытыусы Римма Фәттәхетдин ҡыҙы Арыҫланова етәкселегендә улар башҡорт теленең киң форматлы, ҡыҫҡа, эшлекле булыу һәләтен бергәләп баһаланы. Тикшереү эшен бер хатаһыҙ эшләгән Фәнил һәм Земфира Байбулатовтарға беренсе урын, икенсе урын Мырҙағолова Менәүәрә Рауил ҡыҙында, өсөнсө урын Ғөбәйҙуллина Рәзилә Радик ҡыҙында. Уларға башҡорт теленең академик һүҙлектәре, курсанттарға сертификаттар тапшырылды.
Афарин! Телле булайыҡ, милләттәштәр!

Әлфиә Шәмиғолова, Күмертау ҡалаһы башҡорттары рәйесе. 

Автор:
Читайте нас: