Все новости
Әсәм теле - сәсән теле
22 Февраля 2023, 13:53

“Күмертау, туған телеңде данлайым”

Халыҡ-ара туған телдәр көнө сиктәрендә Күмертау ҡалаһында “Күмертау, тыуған телеңде данлайым” акцияһы үтте. 

“Күмертау, туған телеңде данлайым”
“Күмертау, туған телеңде данлайым”

Диктант 3 майҙансыҡта ойошторолдо. Сараның маҡсаты - телде һаҡлау, киләсәк быуынға еткереү.
Башҡорт теленән диктант Күмертау үҙәк ҡала китапханаһында үтте. Унда башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары, “Ағинәйҙәр” ойошмаһы һәм ҡала башҡорттары ҡоролтайы ағзалары һәм 3- сө һанлы БРГИ уҡыусылары ҡатнашты. Диктанҡа яҙыу Рәшит Солтангәрәевтың “Осто бөркөт” әҫәренән өҙөк һайланды. Тексты ҡала башҡорт ҡатын – ҡыҙҙар ойошмаһы рәйесе, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Мырҙағолова Менәүәрә Рауил ҡыҙы уҡыны.
Татар телендә диктант яҙыусылар «Ете таж» балалар өсөн әҙәби үҫеш үҙәге» модель балалар китапханаһында йыйылдылар. Күмертау яҙыусылар ойошмаһы ағзаһы, РФ һәм БР яҙыусылар берлеге ағзаһы, яҙыусы-сатирик Закир Насир улы Әкбәров “Гармунсы дигән даны бар” очеркынан өҙөк һайланды. Тексты автор үҙе уҡыны. 3-сө моделле китапхана-филиалында рус телендә диктант яҙҙылар. Текст өсөн Күмертау яҙыусылар ойошмаһы ағзаһы Анна Бахтиярованың “Фронттан хаттар” әҫәре алынды.
Диктант яҙыуҙа барлығы 100 кеше ҡатнашты.

Әлфиә Шәмиғолова, Күмертау ҡалаһы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе. 

Автор:
Читайте нас: