Все новости

Фәһемле аҙна

Гимназиябыҙҙа башҡорт теле һәм әҙәбиәте аҙналығы үткәреү матур йолаға әйләнгән.

Фәһемле аҙна
Фәһемле аҙна

5-10-сы кластар араһында «Туған телем - иркә гөлөм» ижади эштәр конкурсы үткәрелде. Уҡыусылар инша, эссе, очерк, әкиәт геройҙарына иллюстрация, әҙәби әҫәрҙәрҙәге, халыҡ ижадындағы образдарға, персонаждарға һүрәтләмәләр буйынса көс һынаштылар. Улар араһында I урынды: Түләкова Элина (7б кл.), Йосопова Алина (7б кл.), Харрасов Айгиз (10а кл.); II урынды: Аҙнабаева Нуралиә (8а кл.), Рахманғолова Камила (9а кл.); III урынды: Сафина Илнара (6б кл.), Ғайсина Рамина (9а кл.), Хәлитова Гүзәл (10б кл.) яуланы.
Оҙон тәнәфес араларында «Уйнап күңел асайыҡ» исемле милли уйындар үткәрелде. Унда «Аҡ тирәк, күк тирәк», «Йәшерәм яулыҡ», «Йөҙөк һалыш» кеүек уйындар балаларҙа ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты. Был уйындарҙа бигерәк тә 8-се кластар ҙур әүҙемлек күрһәттеләр. Иң әүҙем ҡатнашҡан класс тип 8в, 8г, 7в кластары табылды. 5-8-се кластар араһындағы «Иң грамоталы уҡыусы»ны билдәләү ҙә уҡыусы балаларҙа сәм, дәрт уятты. I урында: Түләкова Элина (7б кл.), Йосопова Алина (7б кл.), Теүәлбаева Сулпан (8г кл.); II урында: Ғәбитова Сара (5б кл.), Иҫәнғолова Гөлмирә (6б кл.), Рахманғолов Линар (7б кл.) ; III урында: Хәкимова Әҙилә (5а кл.), Аҡкилдина Илфинә (6б кл.), Күзбаева Азалия (7б кл.) тип билдәләнде.
3 мартта Түләкова Элина (7б кл.), Йосопова Алина (7б кл.) һәм Аҙнабаева Нуралиә (8а кл.) онлайн форматта уҙғарылған Ҡәйүм Насыри исемендәге XXI Халыҡ-ара йәштәр фәнни-ғәмәли конференцияла ҡатнашып, I урын яулауҙары менән ҡыуандырҙылар. Аҙналыҡ барышына йәм өҫтәп, яҙ айының тәүге көнөндә башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары асыҡ дәрестәр үткәрҙеләр. Филүзә Рәжәп ҡыҙы Харрасова 8б класы уҡыусылары менән һөйөклө Башҡортостаныбыҙға арналған интелектуаль уйын үткәрҙе. Өс турҙан торған уйында уҡыусылар «Аҡбуҙат», «Шоңҡар», «Батырҙар» командаларына бүленеп, Башҡортостандың ҡалалары һәм райондары, күренекле кешеләре, ҡоштары һәм хайуандары, күлдәре һәм йылғалары, тауҙары, шифахана, ял йорттары тураһындағы һорауҙарға яуап бирҙеләр, күрһәтелгән хәрефтәрҙе ҡулланып һүҙҙәр төҙөнөләр, кроссвордтар, йомаҡтар систеләр. Был дәрестә һәр команда үҙенең зирәклеген, отҡорлоғон, тапҡырлығын һынаны, Башкортостан тәбиғәтенең гүҙәллеген, байлыҡтарын данланы. Тыуған еребеҙгә һөйөү, ғорурлыҡ уятыу хистәре менән һуғарылған дәрестән уҡыусылар яҡшы кәйеф, күңел күтәренкелеге алып сыҡтылар.
Гөлнур Насип ҡыҙы Нафиҡова 6б класында Р. Ишбулатовтың "Буйһонмаҫ ихтыяр" картинаһы буйынса дәрес күрһәтте.

Филүзә ХАРРАСОВА, 3-сө БРГИ-ның башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы

Хат тулы килеш гәзиттә баҫылды. 

Автор:
Читайте нас: