Все новости

Тик туған телдә генә

Бөгөн Мөхәмәт Исҡужиндың тыуыуына 96 йыл.

Тик туған телдә генә
Тик туған телдә генә

Бөгөн бөйөк мәғрифәтсе, уҡытыусы, башҡорт халҡының ялҡынлы патриоты, ҡаһарман улы Мөхәмәт Исҡужиндың тыуыуына 96 йыл булды. Шул айҡанлы, бөгөн Прогимназиябыҙҙың 2- се корпусының мәктәпкәсә йәштәге төркөмө балаларының көнө тик туған телдә аралашабыҙ, тигән маҡсат менән башланды. Башҡорт теле дәресендә Мөхәмәт Исҡужин тураһында белешмә бирелде, туған тел тураһында шиғырҙар һөйләнелде, йырҙар йырланылды, милли уйындар уйналды. Балаларҙың үҙ туған телдәрендә шулай ихлас, теләп аралашыуы күңелдәргә дәрт һәм киләсәгебеҙгә өмөт өҫтәй.

Зөбәржәт Хөсәйенова

Автор:
Читайте нас: