Все новости

Телеңде белеү - ғорурлыҡ

 Зәк-Ишмәт ауылында “Науруз”ды күркәм итеп үткәрҙек. 

Телеңде белеү - ғорурлыҡ
Телеңде белеү - ғорурлыҡ

Сит телде белеү байлыҡ, ә үҙ телеңде белеү ғорурлыҡ тиҙәр бит. Беҙ ҙә байрамды саф үҙ телебеҙҙә үткәрҙек. 2-се класс уҡыусыһы Риана Әҙеһәмованың башҡорт телендә бер яңғылышмай, оҫта итеп өс куплетлы шиғыр һөйләүенә ҡыуандыҡ. Уҡытыусылары Айгөл Гурьянова үҙ телен матур итеп уҡыта, афарин уға. Башҡалар ҙа өлгө алһын ине. Клуб мөдиребеҙ Әлфиә Йосопова татарса төрлө табышмаҡтар әҙерләгән, ә уға Никита исемле малайҙың яуаптар биреүе һөйөндөрҙө. Башҡа ата-әсәләр беҙҙең балалар аңламай бит татарса тип һөйләнеп тороуҙары йөрәкте әрнетте. Урамда бар кеше русса һөйләшә, ғаиләлә лә бит үҙ телебеҙҙә аралашмайбыҙ.

Рәмилә ӘКБӘРОВА, Зәк-Ишмәт ауылы

Хат тулы килеш бөгөн гәзиттә баҫылды. 

Автор:
Читайте нас: