Все новости
Әсәм теле - сәсән теле
6 Апреля 2023, 12:32

Тел өсөн рәхмәт

Зәйнәб апайҙың тыуыуына ла 115 йыл булып киткән икән. 

Тел өсөн рәхмәт
Тел өсөн рәхмәт
Үҙенең исемен ҡасандыр йөрөткән институттан - хәҙер ул Өфө фән һәм технологиялар университеты филиалы тип атала - Стәрлетамаҡтан ҙур ҡунаҡтар килеп төштө. 
Зөһрә Сәләхова - башҡорт филологияһы кафедраһы мөдире һәм ошо уҡ факультет доценты Миләүшә Арыҫлановалар. 
Бушҡа йөрөмәйҙәр, М. Рәхимов исемендәге БРГИ-ла бөгөн Шиғриәт байрамы. Ошо байрамды үткәреп йөрөүҙәре. Шиғыр һөйләүсе балалар күп икән, райондан килгәндәр, Күмертауҙың байтаҡ ҡына мәктәптәре уҡыусылары килде. Һәм зал илһамға тулды, балалар талантлы беҙҙең, төрлө авторҙарҙың әҫәрҙәрен шулай тип һөйләнеләр - тамашасы, жюри саба торғас, ҡулдарын ауырттырып бөттө. 
Материал гәзиттә иртәгә баҫыла. 
Автор:
Читайте нас: