Все новости
Әсәм теле - сәсән теле
21 Апреля 2023, 07:40

Ырымбур ҙа яҙҙы

Ырымбур өлкәһе башҡорттары ла кисәге диктант яҙыуҙа әүҙем ҡатнашты.

Ырымбур ҙа яҙҙы
Ырымбур ҙа яҙҙы

Акция Ҡыуандыҡ, Александровск, Һарыҡташ районы, Мерәҫ мәктәбе коллективы, Ҡыҙылгвардия районы Пролетарка ауылы мәктәбендә, Орск ҡалаһы ғөмүмән ырымбур башҡорттары йәшәгән төйәктәрҙә гөрләп торҙо. Халҡыбыҙҙың оло йәштәге апайҙары, ағайҙары башҡорт халҡының милли кейемендә диктант үткәрелгән урындарға ағылды. Теләге булған һәр кемгә Акция барышында туған башҡорт теленән үҙенең белемен ирекле баһалау мөмкинлеге бирелде.Текстар фәһемле, уйландырырлыҡ эстәлеге менән отошло булды.
Яҙыусы яҡташыбыҙ Рауил Бикбаев ижадынан алынған текст телһөйәр, илһөйәр ырымбурҙарҙы рухландырҙы. Диктант тексы тыуған Ырымбур далалары, атайсалыбыҙ – ҙур хазинабыҙ хаҡында булғанғамы быйылғы диктантты аллабирҙеләр айырыуса әҫәрләнеп, ҡыуанып яҙҙылар. Диктант мәктәп бинаһында үтте. Өс класс бүлмәһендә эш барҙы. Башланғыс синыф уҡыусылары ла йылдағыса ҡатнашты быйылғы диктантта. Улар янында башланғыс класс уҡытыусылары Ләйлә Ирек
ҡыҙы Хисамова менән Луиза Марс ҡыҙы Һөйөндөкова булды. Сарала мәктәп уҡытыусылары ла, хеҙмәтҡәрҙәре лә әүҙем ҡатнашты. Туған башҡорт телебеҙҙе һаҡлау, телде өйрәнеүгә теләк тыуҙырыу һәм үҫтереү мәсьәләһендә текст тос өлөш индерҙе.
Ошо фәһемле сараның матур традицияға әйләнеп, байрам төҫөн алыуы ла ҡыуандыра, сөнки байрамдар бит һәр ваҡыт әҙерләнеп көтөп алына.
Милләттәштәр, дуҫтар, коллегалар, барығыҙҙы ла ошо матур байрамыбыҙ менән ҡотлайым!
Сания Кузбаева Ырымбур өлкәһе Төйлөгән районы Аллабирҙе ауылы.

P.S. Аллабирҙе мәктәбе лә милли костюм көнөнә халҡыбыҙҙың кейемен күрһәтте. Синыф етәкселәре Ләйлә Ирек ҡыҙы рухлы илһөйәрҙәр тәрбиәләүгә йөрәген биреп эшләй.

Автор:
Читайте нас: