Өфөлә үткән “Йәш быуынға рухи-әхлаҡи тәрбиә биреү: бөгөнгө торошо, проблемалары һәм перспективалары" тип аталған Бөтә Рәсәй фәнни-ғәмәли конференцияһында районыбыҙҙан Илкәнәй мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Г.Ш. Шәмсетдинова, Көйөргәҙе районының туған телдәр уҡытыусыларының методик ойошмаһы етәксеһе, Ғ.Ш. Арыҫланов исемендәге Абдул урта мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Ғ.У. Аҙнабаева, Кинйә-Абыҙ башланғыс белем биреү мәктәбе уҡытыусыһы Г.Н. Рахманғолова ҡатнашты. Конференция эшлекле шарттарҙа барҙы, бик файҙалы мәғлүмәттәр алдыҡ.
Ғәзимә АҘНАБАЕВА,
Көйөргәҙе районының туған телдәр уҡытыусыларының методик ойошмаһы етәксеһе
Материалдың тулы варианты гәзиттә баҫыласаҡ.