Азат ЙЫҺАНШИН, ЮжУралОйл йәмғиәтенең слесары:
- Был ойошмаға йәшләй генә эшкә килгән инем, хәҙер бына ун йылдан артыҡ эшләйем. Иң тәүҙә йәмғиәттең Сорочинск ҡалаһындағы бүлегендә эш башланым, ул ваҡытта беҙ вахта менән 15 көн эшләп 15 көн ял итә инек. Яйлап бында, ҡалабыҙҙағы бүлеккә күстем, сөнки ғаиләм янымда. Ойошмабыҙҙы тик ыңғай яҡтан ғына һүрәтләй алам, беҙҙең коллективта бик күп йәштәр эшләй, улар өсөн барлыҡ мөмкинселектәр ҙә булдырылған. Бында ун йыл эшләү осоронда бик күп маҡтау ҡағыҙҙары, Почет грамоталары менән, шулай уҡ санаторийға юллама менән бүләкләндем. Эшләгән кешенең хеҙмәтен күрә белеүҙәре оҡшай, ойошмабыҙға рәхмәтлемен һәм уның тағы ла алға ғына үҫешеүен теләйем.
ЮжУралОйл юбилейына бәйле материал тулы вариантта үткән һанда баҫылды.