Все новости
Сәйәсәт
23 Ноября 2016, 01:32

АҠСА АЛАЛАР, АСФАЛЬТ ҺАЛАЛАРМЫ?

Күмертау ҡалаһына ингән ерҙә урынлашҡан элекке милицияның контроль пунктынан алып Магистраль урамына тиклем сентябрь айында асфальт түшәгәйнеләр.

Күмертау ҡалаһына ингән ерҙә урынлашҡан элекке милицияның контроль пунктынан алып Магистраль урамына тиклем сентябрь айында асфальт түшәгәйнеләр. Юл тәүге ҡар яуыу менән, ике ай эсендә эштән сыҡҡан, «Был юлға асфальтте ямғыр һәм һыуыҡта һалдылар. Шуға күрә һөҙөмтә лә шулай», - ти күмертауҙар.
Республика Хөкүмәте премьер-министры Владимир Нагорный әйтеүенсә, юлдарҙың насар торошона иң тәү сиратта юл төҙөүсе ойошмалар үҙҙәре ғәйепле. Сөнки улар килешеү төҙөгәндә түбән хаҡ иғлан итәләр, ә һуңынан аҡса етмәй башлай. Улар тендерҙы еңгән икән, тимәк, закон буйынса заказсы юл төҙөүсе ойошмаға ҡаршы бара алмай. Һөҙөмтәлә, улар юрғандарына ҡарап аяҡтарын һуҙалар – нисек етте шулай эшләйҙәр. Заказсы ойошма түгелгән сығымдарҙы кире ҡайтарыуҙы талап иткән осраҡта, юлсылар үҙҙәрен банкрот, тип иғлан итәләр.
Күмертау ҡалаһы Хакимиәте башлығы Борис Беляев та үрҙә телгә алынған юл участкаһындағы етешһеҙлектәрҙе бөтөрөргә ҡушты.
Читайте нас: