Все новости
Сәйәсәт
23 Ноября 2016, 01:36

ҺАУ БУЛ, «ДУҪЛЫҠ»!

Күмерселәр майҙаны Күмертау ҡалаһының иң тәүге майҙандарының береһе.

Күмерселәр майҙаны Күмертау ҡалаһының иң тәүге майҙандарының береһе. Әммә ул ҡаланың үҙәге һәм үҙәк урам — Ленин урамының башы булып торһа ла, 2012 йылға тиклем исемһеҙ ине. Һәм, әлбиттә, был майҙандың иң әһәмиәтле һәм өҫтөнлөклө йорттарының береһе — Күмерселәр мәҙәниәт һарайы.
1956 йылдың июлендә был мәҙәниәт усағы үҙ ишектәрен аса һәм бына 60 йыл инде күмертауҙарҙың иң яратҡан мәҙәни урындарының береһе булыуын дауам итә. Ҡаланың иң мөһим саралары ошонда ғына үткәрелә.
1999 йылда Башҡортостан Республикаһының Министрҙар Кабинеты ҡарарына ярашлы, Күмерселәр мәҙәниәт һарайы базаһында «Дуҫлыҡ» Республика мәҙәни-методик үҙәге барлыҡҡа килде. Аҙаҡ Республика халыҡ ижады үҙәгенә лә әйләндерҙеләр. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, Күмертау халҡына элекке исем нығыраҡ оҡшай ине, күрәһең, улар уны һаман да Күмерселәр мәҙәниәт һарайы тип йөрөтөүен дауам итте.
Мәҙәниәт һарайы хеҙмәткәрҙәре ныҡ ҡына ҡыҫҡартылғандан һуң,ошо көндәрҙә беҙ «Дуҫлыҡ» исеме менән дә хушлашасаҡбыҙ. Ул республика ҡарамағынан яңынан ҡала округы муниципалитеты ҡарамағына күсәсәк һәм үҙ эсенә үҙәк китапхананы ла алып, ҙур бер үҙәккә әйләнәсәк. Буласаҡ үҙәктең теүәл генә исеме әлегә билдәле түгел. Шулай ҙа Күмерселәр исеме кире ҡайтарылырына ышаныс ҙур. Әйткәндәй, бында тәүҙә республика бюджетынан 32 миллион һумлыҡ ремонт та башҡарыласаҡ.
Читайте нас: