Все новости
Сәйәсәт
23 Ноября 2016, 01:26

ЗЫЯНЫ КҮБЕРӘК БУЛҺА ЛА…

Һуңғы йылдарҙа башҡорт теленең ҡулланыу даирәһе киңәйә, уны уҡытыу йылдан-йыл әүҙемләшә бара.

Һуңғы йылдарҙа башҡорт теленең ҡулланыу даирәһе киңәйә, уны уҡытыу йылдан-йыл әүҙемләшә бара. Интернет селтәрендә күпләп башҡорт материалдары күренеүе – оло ҡыуаныс. Айырыуса, бөтә донъяға таралған Википедия проектында.
Унда мәктәп программаһына ярашлы фәндәрҙән бар йүнәлештәр буйынса ла мате-риалдар табырға мөмкин. Бигерәк тә, Башҡортостан тарихы, Башҡортостан географияһынан улар күп ҡуйылған. Башҡорт телен өйрәнеү өсөн дә бик ҡулайлы ул Башҡорт Википедияһы. Әйтәйек, ҡалала тәрбиәләнгән балалар туған телен бик үк төплө белмәй, уларҙың һөйләү телмәре лә ярлы. Был юҫыҡта йәш милләттәштәребеҙгә Википедия ярҙамға килә лә инде. Телсе ғалимәбеҙ Миңһылыу Усманова программаһына ярашлы уҡытылған кластарҙа быға китап буйынса ла миҫалдар табырға мөмкин. Әйтәйек, йорт хайуандары исемдәрен улар тәүҙә һүҙлек менән урыҫ телендә яҙа, шунан яйлап башҡорт теленә тәржемә итәләр. Аҙаҡтан сағыштыралар. Шулай итеп, үҙ-үҙҙәрен тикшерә алалар. Был өлкәнерәк кластарҙа. Ә инде 5-6-сы кластарҙы әлегә интернет селтәрендә айырым һүҙлектәр менән эшләргә өйрәтеү кәрәк. Яндекс-тәржемә, ГУГЛ-тәржемә хәҙергә аҙағынаса эшләп бөтөрөлмәгәнгә күрә шундай юлды һайларға тура килә.
Һуңғы йылдарҙа башҡорт теле ҡала мөхитендә генә түгел, ауылда үҫкәндәр өсөн дә ятҡа әйләнеп бара. Сөнки балалар күбеһенсә интернет селтәрендә башҡа телдәрҙә аралаша. Ошо юҫыҡта интернет селтәрендә эшләү өсөн дә уларҙы йәлеп итергә мөмкин. Мин әлегә балаларҙан тыуған ауылдары, ауыл эргәһендә аҡҡан йылғалары тураһында легендалар йыйҙырам. Аҙаҡ кем менәндер дәрес ваҡытында, кем менәндер әҙәби түңәрәктәрҙә уларҙы Википедияға бергәләп индерәбеҙ. Был балалар өсөн дә бик мауыҡтырғыс. Улар күңелендә: «Бына бит мин дә интернет өсөн эшләй алам!» – тигән ғорурлыҡ тыуа. Аҙаҡ үҙҙәре лә яйлап эшләй башларҙар.
Башҡорт телен уҡытыуҙа тағы ла ниндәй интернет ресурстарын ҡулланырға була? Шул уҡ әлегә төҙөлөп бөтмәгән Яндекс-тәржемә, ГУГЛ-тәржемәләрҙе. Нисекме? Балаларға тәүҙә ике-өс һөйләмлек текст тәржемә итергә бирелә. Улар интернет ҡулланмай ғына китаптағы һүҙлектән тәржемә эшләй. Аҙаҡ ошо интернет тәржемәләр менән «тикшерә». Шунан инде ул хаталар таба. Үҙенекен түгел, ә интернет селтәрендәгеһен. Бына ошолай тикшереүҙәр балала: «Мин бит дөрөҫ эшләгәнмен!» - тигән ышаныс тыуҙыра.
Интернет селтәре ресурстарын ҡасандыр телмәрҙән төшөп ҡала башлаған һүҙҙәрҙе иҫкә төшөрөү өсөн дә ҡулланырға мөмкин. Мәҫәлән, ҡоштар тураһында. Википедияға башҡорт ғалимы Эрнест Ишбирҙиндың «Башҡортостан ҡоштары» китабынан бар ҡоштар тураһында ла яҙған белешмәһе индерелгән. Уларҙың инде хәҙер байтағы юҡҡа ла сыҡҡан. Мин балаларға беренсе дәрестә ҡоштар тураһында белешмә яҙып килергә ҡушам. Икенсе дәрестә тикшерәбеҙ, ә улар тик кеше янында йәшәгән ҡоштар тураһында ғына яҙып алып килә. Һайыҫҡан, турғай, сәпсек, кәкүк. Эйе, уларҙы беләләр. Шунан өйгә унлап ҡош исеме биреп, ата-әсәләр менән бергә шул ҡоштарҙың ҡайҙа йәшәүе, ни менән туҡланыуы тураһында яҙырға эш бирәм. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ата-әсәләр ҙә белмәй булып сыға. Аҙаҡ шул ҡоштар тураһында Википедиянан уҡып, һәр бала бер ҡош ту-раһында үҙе белешмә яҙып, класс алдында уҡый.
Үҫемлектәр менән дә ҡыҙыҡтырыу кәрәк. Көҙгөһөн, япраҡтар ҡойолғанда, уларҙан айырым бер дәфтәргә гербарий эшләтеп, башҡорт телендә белешмә ҡуйҙыртам. Был 5-се кластарҙа. Балалар шатланып эшләй.
Яйлап йыл аҙағынаса ҡоштар, балыҡтар, йәнлектәр, үҫемлектәр тураһында бына шулай бик күп сығанаҡтарҙы өйрәнергә мөмкин.
Беҙ интернеттың гел кире яғын ғына күрергә өйрәнгәнбеҙ. Тырышһаң, уны ла ыңғай яҡтан файҙаланырға була. Шулай уҡ, туған тел йәһәтенән дә.
Читайте нас: