Все новости
Сәйәсәт
28 Ноября 2016, 02:46

ӘСӘ БУЛЫУ МОҢЛО ЙЫР ҺЫМАҠ

Кисә район хакимиәтендә Әсә көнөнә арналған ҡатын-ҡыҙҙар форумы үтте.

Кисә район хакимиәтендә Әсә көнөнә арналған ҡатын-ҡыҙҙар форумы үтте. Форумда гүзәл заттарҙың район үҫешенә индергән өлөштәре, өлгәшелгән ҡаҙаныштары, балалар тәрбиәләүҙә тормош тәжрибәһен ҡулланыуҙары, йәмәғәт тормошоноң уртаһында ҡайнап йәшәү кәрәклеге тураһында бәйән ителде.

Сараны асып район хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Нәүғәт Хисмәтуллин төрлө ауылдарҙан килгән күп балалы әсәләрҙе, урындағы хакимиәт вәкилдәрен, район йәмәғәт ойошмалары активистарын, социаль хеҙмәттәр белгестәрен ысын күңелдән ҡотланы.

- Юҡҡа ғына 1998 йылда Рәсәй Президентының указы менән Әсәләр көнө булдырылмаған, - тине ул. - Әсә – Кешелекте дауам итеүсе. Беҙҙең Көйөргәҙе районында сабыйын һөйөүгә сорнап, тәрбиәләп, киләсәктә иленә, халҡына тоғро хеҙмәт итәсәк шәхес итеп үҫтереүсе ҡатындарҙың күп булыуы һөйөнөслө.

Бөгөн Көйөргәҙелә 12 меңдән артыҡ ҡатын-ҡыҙ йәшәй. Уларҙың күбеһе әүҙем тормош алып бара, районыбыҙ тормошонда актив ҡатнаша: 3 гүзәл затыбыҙ Район Советы депутаты, 43-ө ауыл советтары депутаттары бурысын башҡара, 4 ҡатын-ҡыҙыбыҙ ауыл хакимиәте башлығы. Бәләкәй эшҡыуарлыҡта гүзәл заттарҙың һаны 22 процентҡа еткән, 85 проценты педагогтар, 77 проценты медицина өлкәһендә хеҙмәт итә. Районыбыҙҙа 413 күп балалы ғаилә дәүләт ярҙамы менән файҙалана. 94 ҡатын «Әсәлек даны» миҙалы менән бүләкләнгән.

Әммә көндәлек тормошобоҙҙа бөтәһе лә ал да гөл, тип әйтеү ысынбарлыҡҡа тап килмәй. Мәғлүмәттәргә күҙ һалһаҡ, һуңғы йылдарҙа тыуым кәмеүе күҙәтелә. Быйылғы йылдың 22 ноябренә ҡарата районыбыҙҙа 206 сабый донъяға килгән, былтыр ошо ваҡытҡа 238 булған. Үҫмерҙәрҙең һәм балаларҙың үҙ-үҙҙәренә ҡул һалыуҙары буйынса Рәсәйҙең Европала 1-се урында булыуы эсте бошора. Аллаға шөкөр, беҙҙең районда балалар араһында быйыл суицид булманы. Ә бына ҙурҙар араһында ун кеше үҙ теләге менән фани донъяларҙы ҡалдырҙы (былтыр 13 булған). Район үҙәк поликлиникаһының нарколог кабинетында «хроник алкоголизм» диагнозы менән 127 гүзәл затыбыҙ иҫәптә тора. Уларҙың береһе наркомания менән йонсой.

73 ауыр ғаиләлә 164 бала тәрбиәләнә икән, тимәк, эшләйһе эштәребеҙ етерлек әле. 6 ата-әсә балаларын тәрбиәләү хоҡуғынан мәхрүм ителгән. Бөгөнгө көндә 10 үҫмер социаль приютта тәрбиәләнә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ата-әсәләре иҫән булһалар ҙа, улар етемдәр. Кешенең беренсе тәрбиәсеһе лә, уҡытыусыһы ла - әсә. Ғаиләнең төп мәғәнәһе һәм маҡсаты — балалар тәрбиәләү. Беҙҙе һуңғы ваҡытта ғаиләләрҙең тарҡалыуы хафаға һала. 78 никахҡа 64 айырылышыу тура килеүе, ысынлап та, уйландырырлыҡ. Айырылышыуҙарҙың төп сәбәптәре булып эскелек, характерҙарҙың тура килмәүе, хыянат итеү тора. Ә бит, саҡ ҡына тарихҡа күҙ һалһаҡ, беҙҙең ата-әсәләр һуғышты ла, аслыҡты ла, башҡа ауырлыҡтарҙы ла еңеп сыҡҡан, ғаиләне һаҡлап ҡалырға тырышҡан.

Урындарҙағы әхлаҡһыҙлыҡ күре-нештәргә ҡаршы бергәләп көрәшеү мөһим. Был эштә төп ролде ҡатын-ҡыҙҙар советтары, йәмәғәт ойошмалары, «Берҙәм Рәсәй» партияһының урындағы ячейкалары, ветерандар советы, милли мәҙәни ойошмалар башҡарырға тейеш.

Беҙ һәр ҡатын-ҡыҙ үҙенә ҡарата ирҙәре, балалары, яҡындары тарафынан иғтибарлыҡ, хәстәрлек тойһон өсөн ынтылырға тейешбеҙ.

Хөрмәтле ҡатын-ҡыҙҙар! Барлыҡ ауырлыҡтарға ла ҡарамайынса, һеҙ тырышып эшләйһегеҙ, яуаплылыҡ күрһәтәһегеҙ, түҙемлеһегеҙ һәм үҙ бурысығыҙҙы аңлайһығыҙ. Былар барыһы ла оло хөрмәткә лайыҡ. Ҙур рәхмәт һеҙгә! Һеҙгә һәм яҡындарығыҙға ныҡлы һаулыҡ, мөхәббәт һәм бәхет, ҡыуаныстар теләйем!

Тәрән мәғәнәгә лайыҡ сығышынан һуң Нәүғәт Кәлимулла улы районыбыҙҙың өлгөлө әсәләренә район хакимиәтенең Рәхмәт хаттарын һәм иҫтәлеккә бүләктәр тапшырҙы. Шулай уҡ байрамда күптән түгел БР-ҙың Хөкүмәт йортонда «Әсәлек даны» миҙалын алыусы Айгөл Ғәббәсова менән Юлиә Һатыбалдинаға шул саҡтағы төшкән иҫтәлекле фотолары тапшырылды.

Көйөргәҙе районы әсәләре хаҡында төшөрөлгән документаль фильмдың премьераһын ҡарағандан һуң, ҡотлау өсөн һүҙҙе район хакимиәте башлығының кадрҙар эше һәм социаль сәйәсәт буйынса урынбаҫары Люциә Хәмитова алды. — Әсә һөйөүе менән хәстәрлеге беҙҙе ғүмеребеҙҙең тәүге көнөнән башлап йылыта һәм һаҡлай, яҙмыш боролоштарында көс бирә, — тине Люциә Хәмит ҡыҙы. - Әсә наҙын тойоп үҫкән балалар тормош һынауҙарын еңелерәк кисерә. Беҙҙең районда бар яҡтан өлгө булған, гөрләтеп донъя көткән, аҡыллы, тырыш балалар тәрбиәләгән әсәйҙәр, уңған килендәр, инәй-өләсәйҙәр күп. Уларҙың һәр береһе йылы һүҙгә, маҡтауға лайыҡ. Бөгөнгө байрам да ғәзиз кешеләребеҙгә ошондай ихтирам-ҡәҙер күрһәтеү өсөн матур сәбәп кенә. Һеҙҙе һаулыҡ, именлек ташламаһын.

Ул күп йылдар районыбыҙ мәнфәғәте өсөн тырышҡан, йәмәғәт эшмәкәрлегендә әүҙем ҡатнашҡан гүзәл заттарға район хакимиәтенең Рәхмәт хаттарын тапшырҙы.

Әсә булырға йыйынған йөклө ҡатындарға район «Ағинәйҙәр» ойош-маһы рәйесе Тамара Малбаева матур һүҙҙәрен әйтеп, иҫтәлеккә уйынсыҡ йөрәктәр бүләк итте.

Байрамда шулай уҡ ЗАГС бүлеге начальнигы Светлана Иванова, райондың ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе Вера Фросина ла, залда ултырған ҡатын-ҡыҙҙарҙы ҡотлап, изге теләктәрен еткерҙе.

Форумда ҡатнашыусыларға район дауаханаһының акушер-гинекологы Илмира Йәнһөйәрованың мәғлүмәттәре, изге кәңәштәре лә файҙалы булды.

Сара «Йәшлек» мәҙәниәт йорто артистарының моңло йырҙары менән үрелеп барҙы.

Читайте нас: