Үткән аҙнала Екатеринбург дауаханаһында бүлек етәксеһе булып эшләгән бер Лобанов фамилиялы врач эш урынында йән биргән. Һин эштән ҡыҫҡартыласаҡһың, тигән хәбәрҙе ишеткәндән һуң уның йөрәге был яңылыҡҡа түҙмәй ярылған икән. Йыл аҙағынаса беҙҙең илдә барлығы 136 мең кеше эшенән ҡыҫҡартыласаҡ, тип белдерҙе РФ Хеҙмәт министрлығы, тағы ла күпме Лобановтар торған урынында йығылыр икән? Илдәге иҡтисади хәлдәрҙе Хөкүмәт бик насар түгел тип күрһәтергә тырышһа ла, халыҡ алйот түгел: күрә, һиҙә барыһын да. Вице-премьер Шувалов (беҙҙең ҡала уның ҡаршыһында моноҡалаға ҡағылған бизнес проекттарҙы яҡланы, әйткәндәй, Күмертауға миллиардлап һум аҡса бүленде), халыҡтың килеме арта башланы, тип күҙен дә йоммай әйтте. Быны әйтер алдынан ул Росстат мәғлүмәттәренә күҙ һалмаған күрәһең – унда беҙҙең килем 2014 йылдан бирле туҡтауһыҙ кәмей тиелә, тимәк, өсөнсө йыл рәттән халыҡтың хәле хөртәйгәндән-хөртәйә. Бар тарафтан да һөжүмгә дусар кеүекбеҙ, былай ҙа шәп булмаған көсөбөҙҙө дәүләт алһа (коммуналь хеҙмәттәрҙе арттыра, яңынан-яңы түләүҙәр уйлап таба, төрлө тауарға хаҡ өҫтәй), артабан беҙҙең нимә лә булһа һатып алырға хәлдән килмәйәсәк, тимәк, һатыуҙар кәмей, ә был илдең торошона кире йоғонто яһаясаҡ. Мәҫәлән, машина һатыу айҙан-айға төшә бара, торлаҡҡа һорау кәмене һ.б. Бар йәшәйеште, ни тиклем көрсөккә терәлгәнде белә тороп ошондай фонда дәүләт кешеләренән кемдер эттәрен самолетта ташыуын (бының өсөн миллиондар кәрәк), көс ведомствоһында эшләүсе ябай офицерҙың йортонда миллиардтар табылыуын, «Форбс» журналы байҙар исемлегендә тәүге рәттәрҙә шәхси бизнес кешеләре түгел, ә дәүләт кешеләре биләүен күреү хәлде тағы ла нығыраҡ бөтөрә, социаль дәүләттә нисек барыһы ла ойошторолғанын барыбыҙ ҙа үҙендә тоя, ғәҙелһеҙлекте күрә, әммә нимәлер үҙгәртергә сара юҡ. Һүҙ ошо негатив күренештәр янында беҙҙең Күмертау ҡалай итеп йәшәре хаҡында. Ил күргәнде беҙ ҙә күрербеҙ, әлбиттә, тик аҙаҡҡы йылдарҙа ҡала етәкселегенең Мәскәү юлын тапауы, ныҡ әүҙемлек күрһәтеп, моноҡалалар араһында тәүгеләрҙән булып үҫеш территорияһы тигән исем алыуы (был бизнес өсөн юл аса, ул турала күп яҙҙыҡ), Күмертауҙы тиҙҙән таный алмаҫлыҡ алға киткән ҡала итеп күреүебеҙгә ишара түгелме? Алдан күпме эш урындары ҡыҫҡарасаҡ илдә, тауар һатып алыу мөмкинлеге кәмей тип яҙыуым тиккә түгел, ошо күренештәр янында: «Күмертау ожмах утрауы булырмы?» - тигән һорау тыуа. Ошоға тиклем таксистар һәм һатыусылар ҡалаһы тип йөрөтөлгән Күмертау тиҙҙән ҡеүәтле үҫешкән үҙәккә әүерелер ҙә ҡуйырмы? Үҙегеҙ ҡарағыҙ, Маяҡ май заводында әле үк 130 эш урыны булдырылған, ноябрҙә йәнә лә 20 кеше, киләһе йылдың мартында – 40, июлендә – 33, 2018 йылдың апрелендә тағы ла 20 кешегә эш урыны буласаҡ. Һүҙ ябай эшсе һөнәрҙәре хаҡында бара. Артабан киттек. Тиҙ арала ҡалала КумФаб тип аталған кейем тегеү фабрикаһы асыла (был фирма Күмертауҙа теркәлгән дә инде). Яңы йылдың тәүге айында уҡ бында 50-60 кешене эшкә аласаҡтар. Әле кем теләй, шуларҙы тегеүсе һөнәренә уҡытыу башҡарыла. Киләһе ике йылда был фабрикала барлығы 350 эш урыны булдырыласаҡ, КумФаб йәмғиәтенең инвестиция күләме 150 млн. һум тәшкил итәсәк. Беҙҙең теген тегеүгә һәләт ныҡ ҙурҙырмы, балалар кейеме тегеү буйынса ла «Бала саҡ иле» тип аталған йәмғиәт асылыуы көтөлә, бында тегелгән кейем-һалым Өфө ҡалаһында һатыласаҡ тиҙәр. Балалар кейеме тегеү эшендә тәүге этапта 20 эш урыны булдырыла. Шәп бит, әгәр ҙә барыһы ла ошолай булһа. Тик быныһы ғына аҙ, «Муромец» исемле етештереү берләшмәһе булдырыласаҡ, 2017-2018 йылдарҙа – 25 эшсе, артабан тағы ла 80 эшсе ҡул кәрәк буласаҡ бында. Киләһе йылдың февралендә үк «Муромец»ҡа токарҙар, иретеп йәбештереүселәр, малярҙар, инженер-конструкторҙар талап ителәсәк. Былар янына Халфин исемле шәхси эшҡыуар йорттар төҙөү буйынса комбинат асмаҡсы һәм тиҙ арала 30 эш урыны булдырмаҡсы, производствоһы өсөн эшҡыуарға элекке 33-сө лицей бинаһын бирмәкселәр. «Рәсәй Вертолеттары» холдингы Ира ауылы янында ниндәйҙер объект төҙөргә ниәтләй тигән хәбәр бар. «Cтройиндустрия» йәмғиәте киләһе ике йылда кирбес заводы асырға уйлай, бында барлығы 200 эш урыны буласаҡ. Быларынан тыш, Күмертауҙың үҙенең кесе һәм урта эшҡыуарҙары ла ҡул ҡаушырып ултырмаясаҡ бит, улар тарафынан 90 самаһы яңы эш урыны асылыр тип көтөлә. Дөйөм алғанда тиҙ арала ҡалала мең ярымға тиклем эш урыны булдырылыр, тиҙәр. Көнләп, сәғәтләп ишеткән кризис, үлеп бөтөп барабыҙ, асығабыҙ, туңабыҙ кеүек хәбәрҙәр янында ошондай яңылыҡ йөрәккә май булып яғыла. Ныҡ тырышһаң, була икән, тигән һығымта яһарға кәрәк һымаҡ, әгәр ҙә барлыҡ пландар тормошҡа ашһа, әлбиттә. Тырышыу тигәндән, ҡала хакимиәтенең туҡтауһыҙ тынғыһыҙ эшмәкәрлеге бында ярылып ята, беҙ - моноҡала, бар илдә лә кеше ҙурыраҡ ҡалаға ҡаса, дотация бирһәләр, йәшәрбеҙ, бирмәһәләр, юҡ тип башты бүкәнгә һалһалар, бер ниндәй ҙә план булмаҫ ине кеүек. Ситтән тыңлаған кеше өсөн пландар ҙа эшкә ашмаҫ кеүек күренеүе ихтимал: илдә көрсөк, халыҡ ярлылана, ә беҙҙең Күмертау байып ятырмы ошо саҡта? Нисек булырын тиҙ арала тойорбоҙ, тип ышанып ҡалайыҡ. Шайтан ғына өмөтһөҙ.