Все новости
Сәйәсәт
1 Декабря 2016, 03:28

ЯУАПЛЫЛАР КҮП ТӘ УЛ...

29 ноябрҙә район хакимиәтендә ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса комиссия ултырышы үтте.

29 ноябрҙә район хакимиәтендә ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса комиссия ултырышы үтте. Унда Көйөргәҙе районы буйынса Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы (ЮХХДИ) начальнигы Наил Мәзитов ҡыҙып-ҡыҙып сығыш яһаны.

Уның сығышынан күренеүенсә, 2016 йылдың 11 айында Көйөргәҙе районы территорияһында 723 механик юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән. Юл-транспорт фажиғәһендә 7 кешенең ғүмере өҙөлгән (былтыр 4-әү булған). Юлдарҙа йәрәхәтләнеүселәр һаны ла артҡан. Уларҙың һаны – 48, был былтырғыға ҡарағанда 16-ға күберәк.

Республика буйынса 4100 авария булыуы билдәле. Унда 466 кеше мәрхүм булған, 5274-һе төрлө тән йәрәхәттәре алған.

Былтыр иҫерек водителдәр ар-ҡаһында – 4, ә быйыл 3 авария теркәлгән. ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәренең тикшереүҙәре күрһәтеүенсә, юл-транспорт фажиғәләре күбеһенсә урам юлдары селтәренең ҡәнәғәтләнерлек хәлдә булмаған торошона һәм юлдарҙың ҡаралмауынан тора.

Быйыл ғына Өфө-Ырымбур федераль автомобиль юлында 12 авария булған (былтырғыға ҡарағанда 7-гә күберәк). Юл фажиғәһендә вафат булған 7 кешенең 5-әүһе тап шул Өфө-Ырымбур трассаһында: 4-әүһе Мораптал ауылы (3 кеше Морапталдан, 1-әүһе ситтән килгән кеше), 1-һе Отрада ауылы янында (шул ауыл кешеһе). Ермолаевонан бер бала Ермолаево-Күмертау юлында һәләк була. Шулай уҡ 2 кеше машинаның ауыуы сәбәпле фани донъя менән хушлаша. 22 кеше төрлө тән яралары алған (былтырғынан 16-ға күберәк).

Юл-транспорт ваҡиғалары урындарында үткәрелгән анализдар шуны һөйләй: әгәр урам юлдары селтәре өсөн яуаплы кешеләр юлдарҙы те-йешле кимәлдә кәрәкле ҡорамалдар менән тәьмин итһә һәм үҙҙәренең бурыстарын тулыһынса үтәгән булһа, был фажиғәләр булмаҫ та ине. Бөтә юл фажиғәләре лә Федераль трасса үткән Көйөргәҙе районы ауылдарында һәм нәҡ ҡайҙа яһалма яҡтыртыу, йәйәүлеләр өсөн ҡамауҙар, йәйәүлеләр өсөн юлдар — тротуарҙар юҡ, шул урындарҙа килеп сыға.

Республика буйынса балалар менән бәйле 421 юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән. Көйөргәҙе районында былтыр 1 бындай ваҡиға теркәлһә, быйыл уларҙың һаны – 2.

Республика Башлығының «Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге» хаҡындағы ҡарары һәм Эске эштәр министрлығы күрһәтмәһе буйынса «БР муниципаль райондарының мәғариф учреждениеларының 2016-2017 йылғы уҡыу йылына әҙерлеге»н тикшергән саҡта ЮХХДИ-ның Көйөргәҙе районы бүлеге район биләмәһендәге уҡыу йорттарына яҡын урам юлдарын тикшереп сыға. Әлеге көндә мәктәп эргәләрендә һаман да соҡор-саҡырҙар йүнәтелмәгән, ә юл транспортының тиҙлекте кәметеүе хаҡындағы юл билдәләренең, йәйәүлеләр өсөн ҡамауҙарҙың булмауын әйтеп тораһы ла юҡ.

Ошондай мәғлүмәтте ишеткәндән һуң, ирекһеҙҙән, шунда уҡ: «Был юлдар өсөн кемдәр яуаплы һуң?» - тигән һорау тыуа. Наил Фәрит улы аңлатыуынса, юлдарҙы яһалма рәүештә яҡтыртыу, мәктәп эргәләрендәге юлдарҙы ремонтлау һәм шулай уҡ унда кәрәкле билдәләр ҡуйыу өсөн ауыл хакимиәте яуаплы. Бының өсөн һәр бер ауыл советы хакимиәте үҙҙәренә «Баштранссигнал» дәүләт унитар предприятиеһынан «Автомобиль юлында юл хәрәкәтен ойоштороу» буйынса проектын заказ итеп эшләтеп алып, артабан шул проект нигеҙендә эш итергә тейештәр. Әле бындай проект тик Ермолаево ауыл советында ғына (уныһы ла тулы түгел) бар икән.

Сходтарҙа ла юл-транспорт хәүеф-һеҙлеге ҡағиҙәләре тураһында өндәш-мәүҙәрен телгә алды ЮХХДИ хужаһы.

Ермолаево ауыл советы хакимиәте башлығы Роман Барановский юлды тәртиптә тотоу өсөн бүленгән аҡсаның етмәүен билдәләп үтте: «130 мең һум аҡса бүленә. Юл тамғалары өсөн генә 250-280 мең һум аҡса кәрәк. Бар эштәрҙе башҡарыу өсөн аукцион үткәрер кәрәк, был да әллә күпме сығым талап итә», - тине ул.

Ситуацияны аңлатыр өсөн, Мораптал ауыл советы хакимиәтенең эштәр идарасыһы Рәғиҙә Нафиҡова менән әңгәмәләштек. Ул былайыраҡ аңлатты: «Ауыл урамдары өсөн беҙ яуаплы, ләкин Өфө-Ырымбур трассаһы юлы беҙҙең территориянан үтһә лә, беҙҙең вәкәләттә түгел, ул юлды яҡтыртыу һәм билдәләр ҡуйыу өсөн бер нәмә лә эшләй алмайбыҙ, шулай уҡ ундай хоҡуғыбыҙ ҙа юҡ. Баш идаралыҡҡа тиҙлекте кәметеү өсөн билдәләр ҡуйыуҙарын һорап хат яҙҙыҡ. Мәғариф учреждениелары эргәләренә ҡуйыр өсөн Өфөнән билдәләр алып ҡайттыҡ, яртыһын ҡуйҙыҡ та инде. Аҡса ла беҙгә урам юлдарын яҡтыртыу өсөн генә бүленә, ә трасса юлы өсөн бер тин дә алмайбыҙ. Федераль юлдың территорияһы беҙҙеке, ә юлы уларҙыҡы. Ниндәйҙер «замкнутый» түңәрәк килеп сыға. Был хәлде асыҡлаясаҡбыҙ, тинеләр инде».

Отрада ауылы хакимиәте башлығы Галина Майорова эш буйынса Өфөлә булыуына ҡарамаҫтан, телефон аша әҙерәк үҙенең фекерен белдерҙе: «ЮХХДИ начальнигы әйткәндәре менән килешәм. Авариялар беҙҙең ауыл эсендәге юлда түгел, ә нәҡ шул трассала була. Федераль трасса хужалығы менән килешеүгә ҡул ҡуйылған. Йәй көнө үк юлдарҙы тәртипкә килтерергә тейеш инеләр ҙә бит, хәҙер киләһе йәйгә ҡалды инде. Федераль юл яҡтыртылыуын яҡтыртыла, әммә фонарҙәр бик йыш ҡуйылмаған. 500 мең һум президент аҡсаһын юлдарҙы яҡтыртыуға, ремонтлауға ла, ауылдарҙы төҙөкләндереүгә лә тотонабыҙ. Һәр ваҡыттағыса аҡса етмәй, күберәк бүленеүен теләр инек», - тине ул.

Читайте нас: