Все новости
Сәйәсәт
2 Декабря 2016, 03:50

ТӨП ИҒТИБАР – ХАЛЫҠ ТОРМОШОНА

РФ Президенты Владимир Путин 2016 йылдың 1 декабрендә Федераль Йыйылышҡа йыллыҡ Мөрәжәғәтнамә менән 13-сө тапҡыр сығыш яһаны.

РФ Президенты Владимир Путин 2016 йылдың 1 декабрендә Федераль Йыйылышҡа йыллыҡ Мөрәжәғәтнамә менән 13-сө тапҡыр сығыш яһаны.

Президенттың элекке йылдарҙағы Мөрәжә-ғәтнамәләрендә күберәк иғтибар тышҡы сәйәсәткә бүленһә, был юлы ул сығышының 10 процентын тышҡы сәйәсәткә, 60 процентын илдең эске социаль-иҡтисади хәленә бүлде, Украина, Ҡырым тураһында һүҙ ҡуйыртманы. «Бөгөн иҡтисад, социаль өлкә, эске һәм тышҡы сәйәсәттәге бурысыбыҙ хаҡында һүҙ барасаҡ. Был юлы иҡтисадҡа, социаль мәсьәләләргә ҙур иғтибар бирәбеҙ», - тине В. Путин.

«Ошо мәсьәләләрҙе, тарихта бер нисә тапҡыр булғанса, ҡатмарлы шарттарҙа хәл итергә тура килә. Рәсәй халҡы илдең милли мәнфәғәттәрен, суверенитетын һәм бойондороҡһоҙ курсын яҡларға һәләтле булыуын йәнә раҫланы», - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды ул.

Президенттың сығышынан билдәле булыуынса, Рәсәйҙә сәнәғәт етештереүендә үҫеш күҙәтелә.

Фән өлкәһендә ғилми тикшеренеүҙәрҙе оҙаҡ ваҡытҡа финанслауҙы индереү зарурлығы һыҙыҡ өҫтөнә алынды. Фундаменталь фәндең иҡтисади үҫештә ныҡлы нигеҙ булырға тейешлеге билдәләнде.

«Бизнес өлкәһендә льготаларҙы 2023 йылға тиклем оҙонайтырға кәрәк. Уға ҡарата сикләүҙәрҙе мөмкин тиклем бөтөрөргә, эшҡыуарҙарҙы тикшереп йөҙәтеүҙән, артыҡ контроль һәм күҙәтеүҙән ҡотҡарырға кәрәк», - тине ил башлығы.

Ул үҙ сығышында медицина өлкәһендә врачтарҙы күп ҡағыҙ, отчет, белешмәләр яҙыуҙан азат итергә саҡырҙы.

Хәүефһеҙлек йәһәтенән кибер ҡурҡыныс менән янаусыларҙан һаҡланыу сараларын үҫтерергә саҡырҙы.

Сауҙа өлкәһендә, киҫкен конкуренция шарттарын иҫәпкә алып, тышҡы баҙар өсөн ныҡлы көрәшергә кәрәклегенә айырым туҡталды.

Барлыҡ субъекттар Башлыҡтарына һәләтле балаларҙы үҫтереү үҙәктәре асыу бурысы йөкмәтелде

2017 йылда төбәктәрҙе, шул иҫәптән моноҡалаларҙы төҙөкләндереү өсөн 20 млрд. һум аҡса йүнәлтеләсәге хаҡында әйтелде Мөрәжәғәтнамәлә. Президент Дөйөм Рәсәй халыҡ фронтына ошо аҡсаны һөҙөмтәле файҙаланыуҙы күҙәтеүҙә тоторға ҡушты.

В. Путин Рәсәйгә ҡарата санкцияларҙың бер бөгөн генә түгел, ә күп йылдар дауамында алып барылыуын, был санкцияларҙың һәр ҡайһыбыҙ өсөн маҡсаттарыбыҙға ирешеү, һөҙөмтәлелек өсөн стимул да булыуын билдәләне.

Президент Мөрәжәғәтнамәһендә граждандарҙың көндәлек тормошона ҙур иғтибар бүлде. Социаль, мәғариф, мәҙәниәт, һаулыҡ һаҡлау мәсьәләләрендә төбәк башлыҡтарына эштең сифатын кәметмәү, алға барыу бурысы йөкмәтелде.

Читайте нас: