Все новости
Сәйәсәт
2 Декабря 2016, 03:41

«ТИН ҺАНАП ҒҮМЕР ИТӘБЕҘ»

Әҙәм балаһының нәфсеһе туймаһа туймай икән, әй.

Әҙәм балаһының нәфсеһе туймаһа туймай икән, әй. Бигерәк тә юғары вазифа биләп ултырған чиновниктар саманан сығып шаша. Әле береһен, әле икенсеһен йә ришүәтселектә, йә ҡаҙна аҡсаһын туҙҙырыуҙа ғәйепләп, эләктереп кенә торһалар ҙа, ҡурҡыу белмәйҙәр, нәфселәрен йүгәнләмәйҙәр. Рәсәй иҡтисад үҫеше министры Улюкаев тирәһендәге ығы-зығы һыуынып бөтмәне, 2014 йылда «Рәсәй почтаһы»ның генераль директоры Дмитрий Страшновтың 95,4 миллион һум премия алғанлығы билдәле булды. Был уның йыллыҡ хеҙмәт хаҡынан 25 тапҡырға күп.
Бер кеҫәгә инеп ятҡан аҡсаны кире сығарып һалыуҙары, ай-һай, ауыр ул. Бына Страшнов та аҡсалата бүләкте законлы рәүештә алдым һәм мин быға лайыҡлымын, тип иҫәпләй. Шулай уҡ премияны үҙенә үҙе яҙмауын да өҫтәне. Уның һүҙҙәре буйынса, был эшкә хөкүмәт һәм министрлыҡ рөхсәт биргән.
Рәсәй генераль прокуратураһы, киреһенсә, икенсе фекерҙә. Хоҡуҡ һаҡлау органдары фекеренсә, Рәсәй почтаһы етәксеһе ул аҡсаларҙы үҙенең вазифаһын законһыҙ файҙаланып алған.
Шул уҡ ваҡытта Рәсәй почтаһы хөкүмәт тарафынан ҡуйылған планды үтәй алмай, йылдың–йылы бурысҡа бата бара. Етәкселәре шул ҡәҙәре аҡса алғас, әлбиттә, батырһың да.
– Страшновтың премияһы буйынса рәсми Кремлдең ниндәйҙер айырым позицияһы юҡ, - тип белдерҙе РФ президенты матбуғат хеҙмәте етәксеһе Дмитрий Песков. – Ғөмүмән, был ваҡиғаға беҙ бөтөнләй ҡыҫылмайбыҙ.
Миңлегөл БИКТИМЕРОВА, Мәм-бәтҡол ауылы почтальоны:
– Был хәл тураһында ишеткәс, аптырап ҡалдыҡ. Хужалар менән тиңләшеп булмай инде, кемдең ҡулында, шуның ауыҙында, ә беҙ тин һанап ғүмер итәбеҙ. Почта артынан Бөгөлсәнгә Мәләүез аша урап барам. Юлда машина көтөп тороуҙары бигерәк ҡыйын. Ямғыр йәки ҡар яуһа, ышыҡланырға туҡталмалар ҙа юҡ. Алған 4 мең һум хеҙмәт хаҡыма, юлға түләү өсөн тип, тағы 500 һум өҫтәп бирә торғайнылар, хәҙер уны ла түләмәйҙәр. Юл хаҡым ҡапланһын тип, һатырға үҙем менән һөт алып йөрөйөм. Көлкө инде был, беҙҙең 4 мең эш хаҡына туймаҫ тамаҡтары булған шул хужаларҙы йәшәтеп ҡарарға ине.
Рәйфә АБДУЛЛИНА, Яңы Мораптал ауылы почта етәксеһе:
– Штаттарҙы ҡыҫҡартыу бара, шуға борсолабыҙ. Морапталда ике почтальон 0,5-әр ставкаға 4-әр мең һум эш хаҡы алып эшләйҙәр ине, әле береһен ҡыҫҡарттылар. Бер почтальон ҡалды, ул айына 0,6 ставкаға йөрөйәсәк. 400-ҙән артыҡ йортҡа гәзит-журнал таратырға тейеш. Был эш хаҡына эшләүсене табыуы ҡыйын. Бигерәк ауыл почтальондарын ҡыйырһыталар. Ҡаланыҡылар, ана, 10 мең һум алып эшләйҙәр. Ә Страшнов әфәнденең был ҡылығы башҡа һыймаҫлыҡ, беҙҙең барыбыҙҙы ла мыҫҡыл итеү бит.
Рәмилә ХӨСӘЙЕНОВА, Зәк-Ишмәт ауылы почта етәксеһе:
– Аҡса юҡлыҡтан ауыл ерҙәрендә почта хеҙмәткәрҙәрен, окладты ҡыҫҡарталар, ә был хужаның 95,4 миллион һумлап премия алыуын ишеткәс, хайран ҡалдыҡ. Беҙҙә Зәк-Ишмәткә 1, Марьевка менән Михайловкаға 1 почтальон эшләй. Эш көндәрен дә ҡыҫҡарттылар, аҙнаһына 4 көн эшләйбеҙ. Эш күп, эшләп өлгөрөп булмай. Планды үтәһәң, премия бирәләр ҙә ул, ләкин икенсе айына тағы ла күберәк үтәргә ҡушалар. Шулай булғас, план үтәлмәй инде ул.

Читайте нас: