Все новости
Сәйәсәт
8 Декабря 2016, 14:29

БИЛДӘ ҠУЙЫУ ӨСӨН ТҮГЕЛ

Шишәмбе көндө ҡалабыҙҙа милләт-ара мөнәсәбәттәр һорауҙары буйынса «Милли дәүләт сәйәсәте стратегияһы

Шишәмбе көндө ҡалабыҙҙа милләт-ара мөнәсәбәттәр һорауҙары буйынса «Милли дәүләт сәйәсәте стратегияһы: Рәсәй милләте берҙәмлеге механизмын нығытыу һәм этник-ара конфликттарҙы иҫкәртеү» темаһына күсмә кәңәшмә үтте.

Семинарҙы БР Башлығы идаралығының, Башҡорт дәүләт хеҙмәте академияһының фәнни-эҙләнеү һәм мәғлүмәти үҙәге, БР-ҙың мәҙәниәт министрлығы һәм БР Халыҡтар дуҫлығы йорто ойошторҙо.

Бында республикабыҙҙың көньяҡ райондары һәм ҡалалары хакимиәттәре вәкилдәре, мәҙәниәт идаралығы вәкилдәре ҡатнашты. Беренсе бүлектә сәйәси фәндәр кандидаты, Башҡорт дәүләт хеҙмәте һәм идаралығы академияһының фәнни-эҙләнеү һәм мәғлүмәти үҙәге етәксеһе Лира Ғәзизова, педагогика фәндәре кандидаты, Башҡорт дәүләт хеҙмәте һәм идаралығы академияһы доценты Нина Филиппова, сәйәси фәндәр кандидаты, Башҡорт дәүләт хеҙмәте һәм идаралығы академияһының доценты Владимир Савичев һәм Башҡорт дәүләт хеҙмәте һәм идаралығы академияһының ғилми әйҙәүсе хеҙмәткәре Николай Евдокимовтар дәүләт милли сәйәсәте үҙенсәлектәре хаҡында һөйләне.

Артабан түңәрәк өҫтәл артында муниципаль власть органдары һәм халыҡ араһындағы бәйләнеш хаҡындағы һорауҙарҙы тикшерҙеләр. Шулай уҡ «Мәҙәниәт-ара коммуникация нигеҙе» тренингында ла ҡатнаштылар. Сараның икенсе бүлеге БР-ҙың муниципаль мәғарифтәрендә милләт-ара мөнәсәбәттәрҙе үҫтереү проблемаһына арналды. Бында семинарҙа ҡатнашыусылар, командаларға бүленеп, бирелгән проблемаларға яуаптар эҙләне.

Семинар аҙағында Лира Илдус ҡыҙы барыһына ла әүҙем ҡатнашҡандары өсөн һәм ҡунаҡсыл Күмертау ха-кимиәтенә рәхмәт һүҙҙәре әйтте. Ҡала хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр һәм кадрҙар сәйәсәте буйынса урынбаҫары Наталья Лапшина ла үҙ сиратында сараны ойоштороусыларға ҡала хакимиәтенең Рәхмәт ҡағыҙҙарын тапшырҙы.

Ләйсән НУРИӘХМӘТОВА, Көйөргәҙе районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика һәм кадрҙар менән эшләү бүлеге начальнигы:

– Кәңәшмә билдә ҡуйыу өсөн генә түгел, ә ныҡ юғары кимәлдә үтте. Бындай актуаль, заманса булған сараларҙы йышыраҡ үткәрергә кәрәк. Бигерәк тә Нина Филиппованың сығышы оҡшаны. Ул хакимиәт хеҙмәткәрҙәренә халыҡ менән аралашыу мәҙәнилеге, булған проблемаларҙы дөрөҫ хәл итеү юлдары хаҡында һөйләне. Түңәрәк өҫтәлдәге әңгәмәләр ҙә бик файҙалы үтте. Киләсәктә районыбыҙҙа ла ошондай сара үткәрергә тигән уйға килдем.
Читайте нас: