Все новости
Сәйәсәт
12 Декабря 2016, 14:57

БЕРГӘЛӘШЕП ИҪКӘ АЛДЫҠ

9 декабрҙә Рәсәйҙә Ватан ҡаһармандары көнө билдәләнә.

9 декабрҙә Рәсәйҙә Ватан ҡаһармандары көнө билдәләнә. Ошо уңайҙан райондың һәр бер мәктәбендә һәм китапханаларында тематик класс сәғәттәре, ҡаһарман яҡташтарыбыҙҙы иҫкә алыу саралары ойошторолдо. Шулай уҡ был көндө районыбыҙҙа тыуып-үҫкән Геройҙарыбыҙҙың туғандарын да онотманылар.
Әлеге көндә Свобода ауылы дауаханаһында дауаланған Кинйәабыҙ ауылында тыуып-үҫкән Советтар Союзы Геройы Сәлмән Ғәлиәхмәт улы Биктимеровтың ҡатыны Рауза Сәмиғулла ҡыҙы Биктимерованы байрам менән ҡотлап, район хакимиәте башлығының архитектура һәм төҙөлөш буйынса урынбаҫары Ринат Ирек улы Килдебаев район хакимиәте башлығы Әхәт Йәүҙәт улы Ҡотлоәхмәтовтың ҡотлау сәләмдәрен һәм бүләктәрен алып килде. Свобода ауылы хакимиәтенең эштәр идарасыһы Олеся Верховых та ауыл хакимиәте башлығы Сания Сәйетбатталова исеменән ҡотлап, иң изге теләктәренә ҡушып, гөлләмә бүләк итте. Рауза инәйҙең ҡыуанысының сиге юҡ ине, һәр береһе менән ихлас күрешеп, ҡайҙан, кем булыуы менән ҡыҙыҡһынды: «Нисек кенә килеп еттегеҙ, өшөмәнегеҙме?», - тигән борсолоулы һорауҙарын да яуҙырҙы ул.


Мораптал ауыл хакимиәте башлығы Аскар Кинжалеев, Мораптал ауылы ветерандары советы рәйесе Рәмил Рәжәпов, ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе Эльвира Кинйәғолова, хәрби иҫәп буйынса белгес Рәзилә Мәҡсүтова Иҫке Мораптал ауылынан сыҡҡан Советтар Союзы Геройы Морат Ғәлләм улы Ҡужаҡовтың ошо уҡ ауылда йәшәүсе улы һәм ҡыҙының ғаиләләренә барып, ҡотлап, иң изге теләктәренә ҡушып күстәнәстәр һәм «Берҙәм Рәсәй» партияһының урындағы бүлеге исеменән бүләктәр тапшырҙылар. Хужалар әҙерләп ҡуйған табын янында яҡташ геройыбыҙ хаҡында төрлө ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәргә эйә булды килгән ҡунаҡтар.

Шулай итеп, Геройҙар көнө төрлө сараларға бай булды, яҡташ ҡаһармандар уларҙың туғандары менән бергәләшеп иҫкә алынды, уларҙың батырлыҡтары алдында баштар эйелде.





9 декабрь — Ватан ҡаһармандары көнө уңайынан ҡалала ла бик күп саралар уҙғарылды. Һәр мәктәптә геройҙарҙы иҫкә алып, төрлө темаға әңгәмәләр, класс сәғәттәре, осрашыуҙар, видеодәрестәр, һүрәттәр һәм плакаттар конкурсы, музейҙарға экскурсиялар үткәрелде. Шулай уҡ «Горняк» кинотеатрына барып тема буйынса кино ҡарау ҙа ойошторолдо.

Ҡаланың тарихи-тыуған яҡты өйрәнеү музейына йыйылған ҡала ветерандары һәм Тау колледжы студенттары иң тәүҙә Еңеү мемориалына сәскәләр һалды, батырҙарса һәләк булған яҡташтарын иҫкә алды. Артабан музейҙа, йола булараҡ йыл да ойошторолған сарала, ветерандарҙың һәр береһе студенттарға үҙҙәренең төрлө ваҡиғаларға бай тарихтарын бәйән итте, нисек орден-миҙалдарға лайыҡ булыуҙары хаҡында мәғлүмәт бирҙе. Уларҙың һөйләгәне йәш быуынға өлгө булып торҙо.

Байрам ҡалабыҙ ветерандары өсөн осрашыуҙарға бай булды. Улар шулай уҡ Үҙәк китапханала, мәктәптәрҙә уҡыусылар менән әңгәмәләште. Ҡаланың 10-сы һанлы мәктәбенең 1-се класс балалары өсөн был көн айырыуса хәтерҙә ҡалырлыҡ ине, сөнки улар кадет сафына алынды.

Читайте нас: