Все новости
Сәйәсәт
12 Декабря 2016, 15:01

КӘҢӘШЛЕ ЭШ УҢА

Кисә, 2016 йылдың 9 декабрендә...

Кисә, 2016 йылдың 9 декабрендә, Башҡортостан Республикаһы Башлығы Рөстәм Зәки улы Хәмитов республиканың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайына сираттағы Мөрәжәғәтнамәһе менән сығыш яһаны.

Республиканың төп документы менән таныштырыу Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайының сираттан тыш ултырышы сиктәрендә үтте, халыҡ иғтибарына еткерелде. Рөстәм Хәмитов тәүҙә властың башҡарма органдары менән асыҡ һәм һөҙөмтәле эшмәкәрлеге өсөн депутаттар корпусына рәхмәтен еткерҙе. Уның әйтеүенсә, берлектәге кәңәшле эш Башҡортостандың тормошон һәр яҡлап яҡшыртыуҙа мөһим әһәмиәткә эйә.

Йыллыҡ программа-документта республиканың киләһе йылдағы һәм артабанғы үҫеше өсөн төп йүнәлештәр билдәләнде.

«Дөйөм алғанда, республиканың социаль-иҡтисади хәле тотороҡло. Сәнәғәт етештереүе индексы, һалым килеме үҫешенең йыл йомғаҡтары буйынса Рәсәйҙәге уртаса күрһәткестәрҙән юғарыраҡбыҙ. Социаль бурыстар, йөкләмәләр тулы күләмдә үтәлә. Инвестициялар, төҙөлөш, эш хаҡы һәм килем кимәле күрһәткестәре, бер аҙ үҫештең кәмеүенән һуң, әле яҡшыра төштө, – тип билдәләне Рөстәм Хәмитов. – Рәсәй Президенты Владимир Путин ил Хөкүмәте алдына тотороҡло иҡтисади үҫешкә күсеү, эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлеген, социаль тотороҡлоҡто нығытыу, кешеләрҙең тормош кимәлен яҡшыртыу буйынса яңы бурыстар ҡуя. Тышҡы баҙар һәм бюджет сикләүҙәре шарттарында быларҙы иң тәү сиратта резервҡа таянып эшләргә кәрәк».

Рөстәм Хәмитов быйыл Мөрә-жәғәтнамә менән етенсе тапҡыр сығыш яһаны. Унда кешеләрҙең тормошон яҡшыртыу һәм республикабыҙҙы артабан үҫтереү төп урынды биләй. Шунлыҡтан БР Башлығы сығышында иҡтисад үҫешенең инновацияға нигеҙләнергә тейешлеген ныҡлы һыҙыҡ өҫтөнә алынды. Сит ил тауарҙары урынына урындарҙа үҙебеҙҙекен етештереү бурыстары ҡуйылды.

Рөстәм Зәки улы һаулыҡ һаҡлауға, мәғарифҡа һәм мәғлүмәт технологияларының үҫешенә айырым туҡталды. «Бөгөн беҙгә медицина авиацияһын үҫтереү зарур. Телемедицинаны ла камиллаштырыу шарт», - тине ул.

Мәғариф өлкәһендәге мәсьәләләргә ныҡлы иғтибарын йүнәлтте республика етәксеһе. Айырыуса урта белем биреүгә, кадрҙар проблемаһына баҫым яһаны.

Мөрәжәғәтнамәлә республика граждандарында, иң беренсе сиратта йәштәрҙә, илһөйәрлек формалаштырыу, уларҙы уңышлы үҫтереү хаҡында ентекле һүҙ алып барылды.

БР Башлығы сығышында Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайына ла туранан-тура ҡағылышлы мәсьәләләр күтәрелде.

Читайте нас: