Все новости
Сәйәсәт
12 Декабря 2016, 14:56

КИНЙӘАБЫҘҒА КИЛӘСӘКТӘР

Шаршамбы көндө Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай йортонда республиканың һуғыш, хеҙмәт...

Шаршамбы көндө Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай йортонда республиканың һуғыш, хеҙмәт, Ҡораллы көстәр һәм хоҡуҡ һаҡлау органдары ветерандары йәмғиәтенең II Пленумы үтте.

Быйылғы пленум патриотик тәрбиә һорауҙарына арналды. Унда ветерандар ойошмалары етәкселәре, республика идаралығы һәм министрлыҡ вәкилдәре, республикабыҙҙың төрлө ҡала һәм район делегаттары менән берлектә районыбыҙ хакимиәте башлығының социаль һәм кадрҙар сәйәсәте буйынса урынбаҫары Люциә Хәмитова менән районыбыҙҙың ветерандар советы рәйесе Алексей Тарасов та ҡатнашты.

Сарала йәштәр сәйәсәте һәм спорт министры А.И. Иванюта, мәғариф министры Г.Р. Шафиҡова, БР хәрби комиссариаты рәйесе, запастағы полковник Р. Мусин һәм башҡалар сығыш яһаны.

Шулай уҡ пленумда районыбыҙҙың ветерандар советы рәйесе Алексей Павлович Тарасов та үҙ тәжрибәһе менән уртаҡлашты. Ул, ветерандар советының районда уҙғарылған барлыҡ сараларҙа ла әүҙем ҡатнашыуын һыҙыҡ өҫтөнә алып, ойошма тарафынан башҡарылған эштәргә, районда үткәрелгән сараларға туҡталды. Район үҙәгендәге Еңеү һәм Дан аллеяһы, ҡаһарман яҡташтарыбыҙ, Советтар Союзы Геройҙары Кинйә Арыҫланов, Анатолий Хохлов, Ғәфиәтулла Арыҫланов бюстары хаҡында һөйләне. Шулай уҡ районыбыҙҙа фронтта еңеү яулаған, тылда еңеүҙе яҡынайтыуҙа бар көсөн һалып эшләгән фронт һәм тыл ветерандары хаҡында хәстәрлек күреү, яуҙа һәләк булған яугирҙар иҫтәлегенә обелискылар, һәр ауылда хәрби дан мөйөштәрен булдырыу, йәш быуын менән ветерандарҙың осрашыуҙарын уҙғарыу эштәренең әүҙем барыуы хаҡында бәйән итте.

Алексей Павлович пленумда шулай уҡ республикабыҙ ветерандарын Кинйәабыҙ ауылында урынлашҡан Кинйә Арыҫланов музейына сәйәхәт ҡылырға саҡырҙы.

«Башҡортостан Республикаһының Диңгеҙ йыйылышы» төбәк йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Юлай Моратов, Алексей Павловичтың ҡулын ҡыҫып, иҫтәлеккә «Герои России - Герои нашего времени» тигән китабын бүләк итте.

Пленум үткәндән һуң республика ветерандар советы рәйесе Валерий Шәрипов Көйөргәҙе районы Хакимиәте башлығы Әхәт Ҡотлоәхмәтовҡа шылтыратып, музейға сәйәхәт ҡылыу тураһындағы тәҡдимде ҡабул итеүҙәре һәм йәйгә беҙҙең районға киләсәктәре хаҡында хәбәр итте.

Пленумда киләһе йылда республика ветерандар ойошмаһының 30 йыллығын билдәләү хаҡында ла һөйләшеү булды.

Читайте нас: