Кисә Ватан ҡаһармандары көнөн билдәләү уңайынан Зәк-Ишмәт клубында, Яңы Таймаҫ мәҙәниәт йортонда һәм Ялсыҡай клубында «Бөйөк Ватан һуғышында фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн» миҙалы менән бүләкләнеүсе тыл хеҙмәтсәндәре хөрмәтенә стендтар асыу тантанаһы үтте. Өс ауылда ла «Һуғыш балалары» тип исемләнгән күргәҙмә лә ойошторолғайны.
Унда район хакимиәте башлығының социаль һәм кадрҙар сәйәсәте буйынса урынбаҫары Люциә Хәмитова, районыбыҙҙың ветерандар советы рәйесес Алексей Тарасов, уның уң ҡулы Дмитрий Краснов ҡатнашты.
Зәк-Ишмәттә сараны ауыл советы хакимиәте башлығы Рәжәп Абдуллин асты. Ул барыһын да иҫтәлекле сара менән ҡотлап, был стендта дәһшәтле йылдарҙа тырышып хеҙмәт иткән Зәк-Ишмәт, Михайловка, Марьевка ауылдарынан 106 кешенең исем-шәрифе яҙылыуы хаҡында һөйләне.
Артабан Люциә Тәлғәт ҡыҙы: «Тыл хеҙмәтсәндәренә стенд асыу тап Ватан Ҡаһармандары көнөнә тура килеүе - үҙе үк ҙур һөйөнөс. Беҙ геройҙарыбыҙҙы белергә, улар менән ғорурланырға бурыслыбыҙ. Үҙҙәренең иңдәрендә һуғыш ауырлыҡтарын күтәргәндәр һәр саҡ беҙҙең хәтеребеҙҙә булырға тейеш. Барығыҙға ла аяҙ күктәр, ил тыныслығы һәм именлек теләйем», - тип сараға йыйылғандарҙы байрам менән ҡотланы. Алексей Тарасов та районыбыҙҙа тыл хеҙмәтсәндәренә ошондай хөрмәт күрһәтеүҙәренә ҡыуанысын йәшермәй: «Бындай саралар тәрбиәүи эшкә ҙур йоғонто яһай», - тип һүҙен тамамланы.
Шулай уҡ бала саҡта тормош әсеһен күреп үҫкән саҡтарын иҫкә алып ауыл ветерандары советы рәйесе Рал Зәйнәғәбдинов, Миңлеғаян Мөхәмәтйәнов, Рәйес Фәтҡуллин, Тәскирә Хөсәйенова, мәктәп директоры Әлфиә Рәхимова һәм башҡалар күҙ йәштәре менән һөйләне.
Зәк-Ишмәт клубы хеҙмәткәрҙәренең матур шиғыр, йырҙары байрамды тағы ла йәмләп ебәрҙе. Сара өҫтәл артында тәмле сәй менән тамамланды. Зәк-ишмәттәр байрамға ентекле, ә иң мөһиме ысын күңелдән әҙерләнгәндәре һиҙелеп торҙо.
Артабан Яңы Таймаҫ мәҙәниәт йортонда булдыҡ. Сарала райондан килгән ҡунаҡтарҙың йылы һүҙҙәре, уҡыусы балаларҙың шиғырҙары яңғыраны. Ауыл хакимиәтенең эштәр идарасыһы Филүзә Вәлидова һүҙ алып: «Таймаҫта барлығы 272 тыл хеҙмәтсәне, бөгөнгө стендта шуларҙың «Бөйөк Ватан һуғышында фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн» миҙалы менән бүләкләнеүсе 70 кешенең исем-шәрифе яҙылған», - тине, барыһына ла именлек теләп.
Был ваҡиғаны Мәүлиҙә Мәҡсүтова инәйҙең аят уҡыуы тағы ла әһәмиәтлерәк итте. Шулай уҡ ағинәйҙәр клубы рәйесе Рәйлә Мәһәҙиева ла сараға арнап яҙған шиғырын уҡып ишеттерҙе. Р. Солтангәрәев исемендәге гимназия-интернаты директоры Гүзәл Усманова, уҡытыусы Раил Араптанов, ауылдың аҡһаҡалы Салауат Солтангәрәев та байрамға йыйылыусыларҙы ҡотлап изге һүҙҙәрен еткерҙе.
Ялсыҡайҙа ҡуйылған стендтағы исемлеккә 60 кеше ингән. Иҫтәлекле байрам Социалистик Хеҙмәт Геройы Шәүәли Вахитовты ҡотлау менән башланды. «Беҙҙең арала тере герой барлығы - үҙе бер ғорурлыҡ» - тип Люциә Тәлғәт ҡыҙы менән Филүзә Рафаэль ҡыҙы Шәүәли Мөхәмәт улын байрам менән ҡотлап иҫтәлекле бүләк тапшырҙылар.
Байрамды балаларҙың сығышы тағы ла күркәмерәк итте.
Ватан ҡаһармандары көнөндә Ермолаевоның 1-се һанлы мәктәбендә лә оҙаҡ көтөп алынған ваҡиға булды. Бында «1941-1945 йылдарҙа Бөйөк Ватан һуғышындағы фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн» миҙалы менән бүләкләнгән 29 уҡытыусы һәм 4 уҡыусыға иҫтәлекле таҡтаташ асылды. Тантаналы сараға мәктәп уҡыусылары һәм уҡытыусылары, район ҡунаҡтарынан тыш, 30 йыл ғүмерен мәктәпкә арнаған уҡытыусы Анна Ступина ла килгәйне. Ул күҙ йәштәре аша үҙенең коллегаларының һәр береһе ошондай маҡтаулы исемгә лайыҡ булыуы хаҡында белдерҙе һәм: «Был һәйкәл киләһе быуын үткәндәрен онотмаһын өсөн бик кәрәк», - тине.