Все новости
Сәйәсәт
13 Декабря 2016, 15:15

«АРТАБАН ДА АЛДЫНҒЫЛЫҠТЫ БИРМӘГЕҘ»

10 декабрҙә республика Хөкүмәте йортонда Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов...

10 декабрҙә республика Хөкүмәте йортонда Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов төбәктәге үҙидара органдары эшмәкәрлегенең һөҙөмтәлелеген баһалау һәм муниципаль берәмектәрҙең территориаль үҫеше менән бәйле мәсьәләләр буйынса киңәйтелгән кәңәшмә үткәрҙе. Унда Башҡортостан Хөкүмәте ағзалары һәм республиканың муниципаль берәмектәре башлыҡтары ҡатнашты.
Вице-премьер – Башҡортостандың ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министры Евгений Гурьев үҙ сығышында муниципалитеттарға республиканың Иҡтисади үҫеш министрлығы менән берлектә көрсөккә ҡаршы пландарға үҙгәреш индерергә кәрәклеген һыҙыҡ өҫтөнә алды.
Башҡортостан автомобиль юлда-рының оҙонлоғо буйынса Рәсәй төбәктәре араһында беренсе урын биләй, тип билдәләне республика Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Ильяс Мөниров.
Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Ирек Мөхәмәтдинов алдағы йылдарға республиканың агросәнәғәт комплексын үҫтереү планын тәҡдим итте.
Республикала ҡулланыусылар кооперацияһын һәм ауыл хужалығы кооперацияһын үҫтереү буйынса саралар планы әҙерләнәсәк, тип хәбәр итте вице-премьер. «500 ферма» программаһын тормошҡа ашырыу яңы форматта дауам итәсәк.
Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Салауат Сәғитов республикалағы демографик хәл тураһында һөйләне. 2016 йылдың 10 айында төбәктә 46,9 мең бала тыуған. Шулай итеп, халыҡтың тәбиғи үҫеше һаҡлана.
Районыбыҙ хакимиәте башлығы Әхәт Ҡотлоәхмәтов та сығыш яһаны.
- 2015 йылда Көйөргәҙелә иҡтисад уңышлыраҡ үҫте. Төп капиталдың инвестиция күләме 1 кешегә 107 мең 770 һум тәшкил итте. Иң күп күләмдәге инвестиция Ҡансыра ер аҫты газ һаҡлау предприятиеһынан — 1 млрд 742 млн һум. Былтыр районыбыҙҙа 132 эш урыны булдырылһа, быйыл был һан 146—ға етте. 2014 йылда балалар баҡсаһына 1-6 йәштәгеләрҙең 9,85% сиратта торһа, 2015 йылда Ермолаевола 150 урынлыҡ яңы баҡса төҙөлөп, был сират бөтөрөлдө, - тине Әхәт Йәүҙәт улы.
Кәңәшмәне тамамлап, Рөстәм Хәмитов 2015 йыл өсөн урындағы үҙидара органдары эшмәкәрлегенең һөҙөмтәлелеген комплекслы баһалау һөҙөмтәләре буйынса призлы урын яулаған муниципаль берәмектәргә гранттар алыу өсөн сертификаттар тапшырҙы.
Көйөргәҙеләр 42 ауыл районы араһында иң алдынғыһы, ә Күмертау ҡалалар араһында аҙаҡҡы урында тип табылды. Районыбыҙ хакимиәте башлығы Әхәт Ҡотлоәхмәтовҡа Рөстәм Хәмитов: «Артабан да алдынғылыҡты бирмәгеҙ», - тип ҡулынан 23 млн. 250 мең һум грант сертификаты тапшырҙы. Әхәт Йәүҙәт улы: «Районыбыҙҙа спирт заводы асылһа, күрһәткестәр насар булмаҫ», - тип республика башлығының ҡулын ҡыҫты.

Сания СӘЙЕТБАТТАЛОВА, Свобода ауыл советы хакимиәте башлығы:

– Бындай съезд бигерәк тә йәш башлыҡтарға өлгө алыу өсөн кәрәк. Кәңәшмәлә инвестицияларҙы йәлеп итеү, яңы эш урындары булдырыу кеүек һоруҙар яңғыраны. Киләһе Экология йылына арнап төрлө эштәр башҡарыу: шишмәләрҙе таҙартыу, балаларҙа тәбиғәткә ҡарата һөйөү уятыу, һаҡсыл ҡараш тыуҙырыу. Халыҡ менән бергә эшләү, йышыраҡ сходтар ойоштороу, ҡабул итеүҙәр үткәреү кеүек кәңәштәр бирелде.

Тимур ИҘРИСОВ, Илкәнәй ауыл советы хакимиәте башлығы:

– Кәңәшмәлә үҙем өсөн күп мәғлүмәттәр алдым. Унда бюджеттағы проблемаларҙы хәл итеү юлдары буйынса төрлө хакимиәт башлыҡтарының сығыштары фәһемле булды. Һалымдар йыйыу, яңы закондар индереү кеүек һорауҙар ҡаралды, төрлө кәңәштәр ҙә бирелде. Мәҫәлән, ауыл советтарындағы белгестәр 5 мең һум эш хаҡы алып эшләйҙәр, бындай аҡсаға кешене тотоуы ауыр, әлбиттә. Шуға эш хаҡтарын арттырыу юлдарын эҙләү буйынса тәҡдимдәр индерелде.

Беҙгә иғтибар биреп, республика Башлығы янына йыйып, килеп тыуған проблемаларҙы хәл итеү буйынса бергәләп һөйләшеү ойошторғандары өсөн рәхмәт.

Ильяс ЮЛДЫБАЕВ, Таймаҫ ауыл советы хакимиәте башлығы:

– Беҙҙең кеүек яңы эш башлаған хакимиәт башлыҡтары өсөн бындай кәңәшмәләр кәрәк. Эшебеҙҙә надзор буйынса урындар күп. Шул һорауҙарға яуап биреү менән үтә ваҡыт, ә үҙебеҙҙең төп эшебеҙҙе башҡарырға ваҡыт та ҡалмай. Ошо хаҡта һөйләшеүҙәр булды. Бигерәк тә Учалы районы хакимиәте башлығы Фәрит Дәүләтгәрәевтың ҡыйыу сығышы оҡшаны. Шунда уҡ силсәүит хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡы аҙ булыуы хаҡында ла әйтеп үтте Фәрит Фәтих улы.
Читайте нас: