Все новости
Сәйәсәт
31 Августа 2017, 17:16

ТУҒЫҘ ҺОРАУ

Кисә район хакимиәтенең тамашалар залында Муниципаль район Советының сираттағы 11-се ултырышы үтте. Район Советы рәйесе Леонид Петрович Богатырев алып барған ултырышта РФ Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров, район хакимиәте башлығы Әхәт Ҡотлоәхмәтов, уның урынбаҫарҙары, бүлек начальниктары, ауыл советы хакимиәте башлыҡтары һәм депутаттар ҡатнашты.

Кисә район хакимиәтенең тамашалар залында Муниципаль район Советының сираттағы 11-се ултырышы үтте. Район Советы рәйесе Леонид Петрович Богатырев алып барған ултырышта РФ Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров, район хакимиәте башлығы Әхәт Ҡотлоәхмәтов, уның урынбаҫарҙары, бүлек начальниктары, ауыл советы хакимиәте башлыҡтары һәм депутаттар ҡатнашты.
Сессия район хакимиәтенең финанс идаралығы начальнигы булып эшләп киткән Әлфиә Зыковаға Әхәт йәүҙәт улының район хакимиәте исеменән Рәхмәт хаты тапшырыуынан башланды. Әлфиә Әҡсән ҡыҙы ла 17 йыл эшләү дәүере өсөн рәхмәтен әйтеп: “Әгәр кемгәлер ҡаты ҡағылһам, ғәфү итегеҙ, аҡса бит иҫәпте ярата”, - тине.
Көн тәртибендә 9 һорау ҡаралды. Тәүге һорау буйынса һаулыҡ һаҡлау хаҡында ҡала үҙәк дауаханаһының баш табибы Олег Астахов сығыш яһаны. Ул райондағы медицина торошо һәм проблемалар менән ентекләп таныштырҙы. Зариф Закир улы уның һөйләүенә өҫтәп республикала башҡа ҡалалар менән сағыштырғанда Күмертау үҙәк дауаханаһының күпкә яҡшыраҡ булыуы һәм райондыҡын филиал итеп ҡалаға ҡушыуға ҡыуанырға ҡушты. Икенсе һәм өсөнсө һорауҙарҙағы район хакимиәтенең структураһы, быйылғы 7 ай эсендә ҡабул ителгән ҡарарҙары, бойороҡтары буйынса район хакимиәтенең эштәр идарасыһы Әлфиә Исмәғилова бәйән итте. Артабан финанс идаралығы начальнигы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Марина Антонова 2017 йылға һалынған район бюджет хаҡында һөйләп, 2018-2019 йылдарға планлаштырылған бюджет менән дә таныштырҙы. Шәбағыш һәм Керәүле-Илюшкин ауылдары советтарында социаль-иҡтисади үҫештең хәле һәм уны артабан үҫтереү юлдары буйынса хакимиәт башлыҡтары Әлфиә Хәнбәкова менән Игорь Ворошилов сығыш яһаны. Ултырыштың аҙаҡҡы һорауы РФ Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаровтың эшләнгән эштәренә отчеты менән тамамланды.
Депутаттар ултырыштың көн тәртибенә сығарылған мәсьәләләр буйынса ҡарарҙар ҡабул итте, үҙ фекерҙәрен белдерҙе.
Ошо уҡ көндө район хакимиәтендә Зариф Байғусҡаров тарафынан граждандарҙы ҡабул итеү ойошторолдо. Унда РФ Дәүләт Думаһы депутатына барлығы биш кеше төрлө һорауҙар менән мөрәжәғәт итте.

Айгөл ХАЛИҠОВА

Автор фотоһы

Читайте нас: