10 сентябрҙә Рәсәйҙең 82 регионында һайлауҙар үтте. Был 2018 йылда үтәсәк президент һайлауҙары алдындағы һуңғы эре һайлауҙар булды. 16 регионда губернаторҙар һайланылар. Тәүге тапҡыр һайлау һөҙөмтәләрен иҫәпләү өсөн машина уҡый торған QR-коды технологияһы ҡулланылды.
Мәскәүҙең 125 районында депутаттар советы һайлауы үтте. Башҡортостанда был көндө 285 һайлау участкаһы үҙ ишектәрен асты. 171 һайлау кампанияһы, шулай уҡ төрлө кимәлдәге урындағы үҙидара органдарына депутаттар һайлау буйынса 168 өҫтәмә һайлау кампанияһы эшләне.
Барлығы 256 мандат урыны булды. Уларҙың 50-һе төп һайлауҙарҙа, ҡалған 206-һы өҫтәмә һайлауҙарҙа. Башҡортостанда тауыш биреүҙә 89640 һайлаусы ҡатнашҡан. Был һайлаусылар иҫәбенең 52%-н тәшкил итә. Алдан иҫәпләүҙәр күрһәтеүенсә, түбәндәге сәйәси партиялар вәкилдәре мандат алды:
Ғәҙеллек өсөн Рәсәй пенсионерҙары - 1.
Көйөргәҙе районында 4-се һанлы Яңы ике мандатлы һайлау округы буйынса Ермолаево силсәүитенә Совет депутатын һайлау уҙҙы. Исемлеккә индерелгән 1469 һайлаусының 784-е, йәғни 53,3%-ы үҙ тауышын бирҙе.
«Берҙәм Рәсәй» партияһынан күрһәтелгән «Торлаҡ хужалығы идаралыҡ компанияһы» йәмғиәтендә эшләүсе Айҙар Раил улы Ғисмәтуллин өсөн 612 кеше (78,06%), ЛДПР-ҙан «Ермолаево икмәге» белгесе Сергей Алексеевич Смолев өсөн 127 кеше (16,2%) һәм «Ғәҙел Рәсәй»ҙән ваҡытлыса эшләмәгән Петр Анатольевич Петров өсөн 34 кеше (4,3%) үҙ тауышын биргән.
Район территориаль һайлау комиссияһы рәйесе Ирек Шамил улы Мөхәмәтшин әйтеүе буйынса, һайлауҙар беҙҙә ойошҡанлыҡ менән уҙған. «Яңы һайланған депутат Айҙар Ғисмәтуллинды еңеүе менән ҡотлайым. Һаулыҡ, һайлаусыларының мәсьәләләрен хәл итеүҙә уңыштар теләйем. Һайлауҙы ойоштороуҙа ҡатнашҡандарҙың һәм үҙ тауыштарын бирергә килеүселәрҙең барыһына ла рәхмәт белдерәм», - ти ул.
- Һайлауҙарға тиклем үк ауыл халҡы менән осраштым, әңгәмәләштем. Уларҙың һәр береһе үҙҙәрен борсоған һорауҙарын бирҙе. Иң күп һорауҙар юлдар мәсьәләһенә ҡағылышлы ине. Әлмөхәмәтов, Юбилей һәм Мохненко урамы халҡы юлдың насар булыуына зарлана. Уларҙың күпселеге юлдарҙың соҡор-саҡырҙарын ғына ямарға кәрәкмәй, ә яңынан асфальт юл һалыуҙарын теләй. Шулай уҡ халыҡтан сүп-сарҙы йыймайҙар, тигән борсолоуҙарын ишетергә тура килде. РЭУ хеҙмәткәрҙәре халыҡтың көнкүреш ҡалдыҡтарын йыйып өлгөртә алмай. Баҡтиһәң, кешеләр тоҡтарға тултырылған көнкүреш ҡалдыҡтарынан тыш, баҡсанан да төрлө кәрәкмәгән ҡыйҙарын сығарып һала икән. Баҡсалағы ҡыйҙы йә яндырып, йә ашлама итеп ҡулланырға була бит. Үҙҙәренең ғәйепле икәнен халыҡҡа бер нисек тә аңлатып булмай. Тағы ла кешеләрҙең күбеһе РЭУ менән килешеү төҙөмәгән һәм көнкүреш ҡалдыҡтары сығарған өсөн тейешле аҡсаны түләмәйҙәр. Шуға күрә хужалыҡтың аҡсаһы етешмәй. Түләүҙәр һәр йән башына былтыр 17 һум булһа, быйыл 1 сентябрҙән депутаттар Советы ҡарары менән 38 һумға күтәрелде. Үҙҙәре аҡсаларын ваҡытында түләп барһа, сүп-сарҙарын тоҡтарға тултырып ҡына ҡуйһалар бындай проблемалар башҡа булмаҫ ине.
Алдағы пландарға килгәндә, халыҡ менән эшләйәсәкмен. Ҡулымдан килгәнсе, мөмкинлегем булғансы уларҙың проблемаларын хәл итеүҙә ярҙам итәсәкмен.