Все новости
Сәйәсәт
31 Октября 2017, 19:17

ДОНЪЯ ЯБАЙҘАН ТҮГЕЛ

Үткән йома район “Йәшлек” мәҙәниәт йортонда “Йәштәр араһында экстремизм һәм терроризм идеологиялары таралыуға ҡаршы эш итеү” темаһына арналған конференция үтте.

Үткән йома район “Йәшлек” мәҙәниәт йортонда “Йәштәр араһында экстремизм һәм терроризм идеологиялары таралыуға ҡаршы эш итеү” темаһына арналған конференция үтте.

Был сарала район хакимиәте башлығы Әхәт Ҡотлоәхмәтов, М. Аҡмулла исемендәге БДПУ ҡарамағындағы дин хәүефһеҙлеге һәм дин белеме үҫеше буйынса ғилми-тикшеренеү институтының өлкән ғилми хеҙмәткәре Зарина Сизоненко, БР Эске эштәр министрлығынан полиция майоры Винер Латипов, район прокуроры урынбаҫары Филюз Гәрәев ҡатнашты. Шулай уҡ сарала ауыл советы хакимиәттәре башлыҡтары, мәғариф, мәҙәниәт учреждениелары етәкселәре, мәктәп директорҙары урынбаҫарҙары, уҡытыусылар, район йәштәре, 10-11-се кластар уҡыусылары, йәмәғәт һәм дин ойошмалары етәкселәре, полиция хеҙмәткәрҙәре ҡатнашты.

- “Йәштәр араһында экстремизм һәм терроризм идеологиялары таралыуға ҡаршы эш итеү” темаһы күп төрлө милләт вәкилдәре йәшәгән илебеҙ өсөн бик тә актуаль. Беҙ барыбыҙ ҙа имен тормошта йәшәү яҡлы. Экстремизм, терроризм менән көрәштә өлкән быуын кешеләре, аҡһаҡалдарыбыҙ, дини кешеләребеҙ үҙҙәренең кәңәштәрен әйтеп, йәштәргә тура юл күрһәтергә тейештәр”, - тине Әхәт Йәүҙәт улы.

Аҙаҡ конференцияны дауам итеп экстремизм һәм терроризмды иҫкәртеү буйынса, йәштәрҙе тәрбиә эшендә яман юлдарҙан аралау алымдары хаҡында, интернет киңлектәрендә һаҡ булыу кеүек темалар менән килгән ҡунаҡтар сығыш яһаны. Уларҙың һүҙҙәре бөгөн тыныс йәшәйбеҙ, шөкөр итергә кәрәк, тип йәштәрҙе теләһә ниндәй ағымдарға ҡаршы булырға саҡырҙы. Донъя ябайҙан түгел, әҙме әле аңды-тоңдо аңлап етмәгән йәштәрҙе үҙ яғына бороп ебәрергә, ошонан үҙенә ниндәйҙер файҙа алырға теләүселәр.


Автор фотолары

Читайте нас: