Все новости
Сәйәсәт
1 Декабря 2017, 14:58

УН АЛДЫНҒЫ ТӨБӘК ИҪӘБЕНӘ ИНЕРГӘ

Башҡортостан Республикаһы Башлығы Рөстәм Хәмитов кисә республика Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайына Мөрәжәғәтнамә менән сығыш яһаны. Төбәк етәксеһе республиканың конкуренцияға һәләтлеген күтәреү, уның иҡтисадын нығытыу буйынса төп бурыстарҙы атаны.

Башҡортостан Республикаһы Башлығы Рөстәм Хәмитов кисә республика Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайына Мөрәжәғәтнамә менән сығыш яһаны. Төбәк етәксеһе республиканың конкуренцияға һәләтлеген күтәреү, уның иҡтисадын нығытыу буйынса төп бурыстарҙы атаны.

«Яңы иҡтисад сифатына илткән төп факторҙар булып хеҙмәт етештереүсәнлеге үҫеше тора. Башҡортостан алты һынау төбәк иҫәбендә тейешле федераль программаға инә. Шундай уҡ төбәк программаһын әҙерләү тора. Унда ҡатнашҡан предприятиеларҙың был күрһәткесте 2025 йылға кәмендә 30 процентҡа арттырыуҙы күҙ уңында тоторға кәрәк, — тине Рөстәм Хәмитов. — Беҙҙең бурыс – хеҙмәт етештереүсәнлеге буйынса илдең ун алдынғы төбәге иҫәбенә инеү. Уны уңышлы хәл итеү күбеһенсә белгестәрҙең компетенцияһына бәйле. Уларға сифатлы яңы процестар эшләтеп ебәреү зарур. Бер үк ваҡытта инвестициялау, етештереү базаһын һәм кадрҙар потенциалын нығытыу мотлаҡ».

Башҡортостан Республикаһы Башлығы һүҙҙәренсә, бөгөн тәү сиратта хеҙмәт, шул иҫәптән интеллектуаль ресурстар теләһә ҡайһы биләмә үҫешенең төп этәргес көсө булып тора. Республиканың киләсәге компетенцияларҙа, бөтә өлкәләрҙә лә ыңғай үҙгәрештәр булдыра алған креатив һәм инициативалы белгестәр, йәштәр һәләтендә.

«Шул уҡ ваҡытта Рәсәйҙә 90-сы йылдар аҙағында демографик «соҡор» булыу сәбәпле, 2030 йылға 35 йәшкәсә йәштәр һаны яҡынса дүрттән бер өлөшкә кәмейәсәк. Был шарттарҙа илдә, Рәсәй иҡтисадында һәр йәш кеше ҡәҙерле буласаҡ, — тип билдәләне төбәк етәксеһе. — Мәғариф, фән һәм мәҙәниәт кимәле, уларға ҡуйылған тормошҡа ынтылыш даирәһе, инновацияларға әҙерлек – республиканың конкуренцияға һәләтлеген күтәреү, иҡтисадты нығытыу өсөн алдағы ун йылға төп фактор һәм ресурс ул».

Үҙ сығышында төбәк етәксеһе Башҡортостандың төп социаль-иҡтисади үҫеш күрһәткестәрен атаны.

«Бөгөнгө Башҡортостан – Рәсәй Федерацияһының иҡтисады тотороҡло һәм бюджеты баланслы булған ныҡлы һәм уңышлы субъект. Һуңғы йылдарҙа республика төп күрһәткестәр буйынса уртаса Рәсәй кимәленән уҙып китә, бурыс йөкләмәләре, инвестиция хәүефе иң түбән булған төбәктәр төркөмөнә инә. Бөтә социаль йөкләмәләр ҙә тулы күләмдә үтәлә, йыл һайын тулайым төбәк продукты, сәнәғәт, ауыл хужалығы артым менән сыға», — тип билдәләне Рөстәм Хәмитов.

Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов, республика Дәүләт Йыйылышы —Ҡоролтайға йыллыҡ мөрәжәғәтнамәһендә дәүләт һәм туған телдәрҙе өйрәнеү темаһына ҡағылды. «Иң мөһиме — бында, формализмға һәм мәжбүр итеүгә юл ҡуймау. Дәүләт һәм туған телдәрҙе өйрәнеү ҡыҙыҡлы, ижади, заманса тренд булырға тейеш», — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды ул.



Читайте нас: