Райондың «Йәшлек» мәҙәниәт һарайында Башҡортостан муниципаль ойошмалары рәсми символдарын теркәүгә 10 йыл тулыуға бәйле сара үтте.
Бында барлыҡ район-ҡалаларҙың флагтарын алып килгәндәр. «Символика» тип аталған йәмғиәт бындай юбилейҙы һәр районда ойоштороп, үткәрергә уйлай. Уның төп маҡсаты - йәштәрҙә патриотик хистәр тәрбиәләү. Символиканың етәксеһе Вил Ғәйнетдинов менән әңгәмәләшеп торҙоҡ, уның олатаһы Һиндостанды инглиз колонизаторҙарынан азат итеүҙә ҡатнашҡан икән, шуға ла унда Тыуған илгә һөйөү ныҡ үҫешкән. Йәштәр хәҙер икенсе, ти Вил Абдразаҡ улы, олоно оло итә лә белмәйҙәр, бына ошо символдарҙы белеү йәш быуында илһөйәрлек тәрбиәләүҙә ҙур роль уйнаясаҡ, ти. Тағы ла бер ҡыҙыҡлы факт килтерҙе ул: Башҡортостан Республикаһы флагтарында бер ниндәй ҙә һуғыш, агрессияға бәйле элементтар (ҡылыс, автомат, һөңгө) юҡ икән, был күренеш донъяла башҡа бер ерҙә лә күҙәтелмәй.
Сарала шулай уҡ Көйөргәҙе районы Хакимиәте башлығы Әхәт Йәүҙәт улы Ҡотлоәхмәтов та ҡатнашты, илде яратырға кәрәк, тине ул, бына әле генә беҙҙең спортсыларҙы нисек кәмһетеп Олимпиадаға үткәрмәнеләр, унда Рәсәй флагы ла, гимны ла булмаясаҡ, ошоларға ҡаршы тороу өсөн, патриот булыу мотлаҡ, ә патриотлыҡ тыуып үҫкән бәләкәй генә ауылдан башлана. Бар фекерҙәрҙе ҡеүәтләп, зал алдында Таймаҫ гимназияһынан уҡытыусы Р. Әбсәләмов, Ермолаево мәктәбенән уҡыусы Б. Рафиҡов телмәр тотто.