Все новости
Сәйәсәт
29 Декабря 2017, 16:52

ЯҠШЫ ЙОЛАҒА ӘҮЕРЕЛДЕ

Республика йортонда төбәк Башлығы Рөстәм Хәмитов республика һәм муниципаль киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре менән осрашты. Яңы йыл алдынан бындай сара яҡшы йолаға әүерелде. Быйыл Рөстәм Хәмитов менән аралашыу өсөн бөтә республиканан баҫма һәм электрон киң мәғлүмәт саралары етәкселәре Өфөгә йыйылды. Һөйләшеүҙе төбәктәге социаль-иҡтисади хәлдән башланылар.

Республика йортонда төбәк Башлығы Рөстәм Хәмитов республика һәм муниципаль киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре менән осрашты. Яңы йыл алдынан бындай сара яҡшы йолаға әүерелде. Быйыл Рөстәм Хәмитов менән аралашыу өсөн бөтә республиканан баҫма һәм электрон киң мәғлүмәт саралары етәкселәре Өфөгә йыйылды. Һөйләшеүҙе төбәктәге социаль-иҡтисади хәлдән башланылар.

БР башлығы Рөстәм Хәмитов 2018 йылға республика бюджетын билдәләгән һандарҙы әйтеп үтте. Унда 35 процент мәғарифҡа тура килә. Был йәһәттән Волга буйы федераль округында беҙ икенсе, Рәсәйҙә иһә 13-сө урынды биләйбеҙ. Йылды республика бюджет профициты менән тамамлай, уртаса айлыҡ эш хаҡы — 30 мең һум. Төбәк Башлығы һуңғы социологик тикшеренеү мәғлүмәттәрен дә телгә алды. Респонденттарҙың 70 проценты тиерлек төбәктә тормоштоң яҡшырыуын билдәләгән.

— Һандар менән кешеләрҙе туйындырып булмай, халыҡҡа һиҙелерлек һөҙөмтәләр кәрәк. Һандарҙы белгестәргә ҡалдырайыҡ та аралашайыҡ, — тине Рөстәм Хәмитов.

Журналистарҙың һорауҙарына яуап биреп, ул 2019 йылды Урындағы үҙидара йылы тип иғлан итеү тәҡдимен индерҙе. Халыҡтың гражданлыҡ әүҙемлеге, төбәктең милли идеяһы хаҡында ла һөйләштеләр. Рөстәм Хәмитов ғаилә мәсьәләһенә айырым иғтибар бирҙе. Төбәктә сабыйҙар үлеме проблемаһын да күтәрҙеләр. Рөстәм Зәки улы әйтеүенсә, республика перинаталь үҙәген төҙөү әлегә һиҙелерлек һөҙөмтә бирмәгән. Киләһе йылдың 1 ғинуарынан Өфө ҡалаһындағы 4-се клиник бала табыу йорто республика перинаталь үҙәге менән берләштереләсәк һәм яңы баш табип тәғәйенләнәсәк.

Рөстәм Хәмитов төбәк бренды тураһындағы һорауға яуап бирҙе.

— Бында бер ниндәй ҙә яңылыҡ уйлап табырға кәрәкмәй. Бал — беҙҙең төп бренд, — тине ул.

Башлыҡ менән әңгәмәлә экология мәсьәләһе бер нисә тапҡыр күтәрелде.

— Торатауға килгәндә — ул тәбиғәт һәйкәле булып тора һәм был статусты унан бер кем дә алырға йыйынмай. Шулай булғас, ғәмәлдәге закондарға ярашлы, Торатау ҡағылғыһыҙ. «Башҡортостан сода компанияһы»на иһә башҡа сеймал сығанаҡтарын эҙләргә, әгәр ҙә беҙ тәҡдим иткән Ғүмәр ятҡылығы ярамай икән, тимәк, үҙҙәрендәге етештереү технологияларын үҙгәртергә, камиллаштырырға кәрәк. Нефть компаниялары төрлө сифатлы сеймалды эшкәртеп, иң юғары сифатлы яғыулыҡ етештерә бит, — тине Башлыҡ.

Журналистар менән осрашыуҙа Рөстәм Зәки улы юл хаҡындағы һорауҙарға ла яуап бирҙе.

— 4-5 йыл элек юл төҙөлөшөнә 5-6 миллиард һум һалынһа, бөгөн был һан 17 миллиард һумға етте. Һәр хәлдә юл төҙөлөшөнә сығымдар күләмле инфляция күрһәткесен күпкә уҙып китте. Илдә «Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар» программаһы ҡабул ителде. Беҙ уны Рәсәй Хөкүмәте менән берлектә тормошҡа ашырабыҙ. Уның сиктәрендә быйыл Өфө һәм уға яҡын райондар юлдарында ғына 2 миллиард һумлыҡ эш башҡарылды.

Журналистар менән БР Башлығы араһында ауыл хужалығындағы етештереү мәсьәләләре хаҡында етди фекер алышыуҙар булды.

— Ауылды үҫтереүгә байтаҡ аҡсалар һалына. Һуңғы биш йылда 25 миллиард һумлыҡ ауыл хужалығы техникаһы һатып алынды. Шуның 5 миллиард һумын республика субсидияланы. Бындай ярҙам артабан да дауам итәсәк, сөнки ауыл хужалығы дотацияларҙан башҡа йәшәй һәм үҫешә алмай.

Бөгөн шулай уҡ ауыл ерендә табыш килтереүсе предприятиелар төҙөү буйынса программа эшләнде. Бында һүҙ ауыл ерендә һөт, ит, тире, йөн, мамыҡ эшкәртеү буйынса 1 миллион һумғаса торошло етештереү предприятиелары төҙөү тураһында бара. 2018 йыл аҙағына тиклем һәр муниципаль районда шундай предприятие ойошторолорға тейеш. Ғөмүмән, мин ауылда кафе, ресторан, төрлө комплекстар, ҡыҫҡаһы тулы ҡанлы тормош өсөн барлыҡ уңайлыҡтар ҙа булырға тейеш, тигән фекерҙәмен, — тине Рөстәм Зәки улы.

Ул урындағы башланғыстарға ярҙам программаларына ла туҡталды.

—Урындағы башланғыстарға ярҙам программаһын тормошҡа ашырыу өсөн генә быйыл 1 миллиард һумлап аҡса тотонолдо. Шуның 200-250 миллион һумы — республика, 800-850 миллион һумы федераль ҡаҙнанан. Муниципалитеттар ҙа иғәнә индерҙе. Былар — бик кәрәкле һәм әһәмиәтле программалар, һәм улар, һис шикһеҙ, артабан дауам иттереләсәк, — тип ышандырҙы Башлыҡ.

Аҡсаны һөҙөмтәле тотоноу мәсьәләһенә ҡарата ул шулай тине:

— Аҡса бар тип, уны уңға-һулға таратыу булмаясаҡ. Ул документтар ентекле тикшереү үткәндән һуң, барлыҡ республика халҡы өсөн кәрәкле булған иң мөһим проекттарға ғына йүнәлтеләсәк. Әйтәйек, өс-дүрт йылдан беҙҙә яңы заманса кардиология үҙәге файҙаланыуға тапшырыласаҡ. Ундағы ҡоролмалар һәм шарттар иң ҡатмарлы операцияларҙы ла яһау мөмкинлеге бирәсәк. Был эш республика ҡаҙнаһы иҫәбенә башҡарыласаҡ, — тине.

Аралашыу барышында күтәрелгән темаларҙың береһе «Уңайлы ҡала мөхите» проектын тормошҡа ашырыуға ҡағылды. Быйыл ошо программа буйынса республикала 400-ҙән ашыу ихата биләмәһе төҙөкләндерелгән. Дөйөм Рәсәй халыҡ фронты ағзалары бер нисә тапҡыр эштең сифатһыҙ башҡарылыуын асыҡлаған.

Республика күләмендәге матбуғат вәкилдәре дөйөм төбәк кимәлендәге мәсьәләләрҙе күтәрҙе. Әммә үҙҙәренә ҡағылышлы һорауҙарҙы ла ситтә ҡалдырманы. Сөнки бөгөн матбуғат ҡатмарлы хәлдә, бигерәк тә финанстарға бәйле мәсьәлә киҫкен тора.

Төбәк башлығы был проблеманы белеүен, борсолоуын әйтте. Журналистика өлкәһендә эшләүсе кадрҙарҙың хеҙмәт хаҡы юғары булған башҡа тармаҡтарға китеүе лә борсой уны. Шуға алдағы йылда был мәсьәләне хәл итәсәген белдерҙе.
Читайте нас: