Все новости
Сәйәсәт
12 Января 2018, 13:28

УҢҒАН БАЛ ҠОРТТАРЫНДАЙ

Йүгерә-атлай тағы бер йыл үтеп, тарих битендә ҡалды. Шул ваҡыт эсендә Көйөргәҙе районы башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы (конгресы) ҡарарҙарын, күрһәтмәләрен, район тормошонда килеп сығып торған көнүҙәк мәсьәләләрҙе үтәүгә үҙ өлөшөн индерергә тырышты.

Йүгерә-атлай тағы бер йыл үтеп, тарих битендә ҡалды. Шул ваҡыт эсендә Көйөргәҙе районы башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы (конгресы) ҡарарҙарын, күрһәтмәләрен, район тормошонда килеп сығып торған көнүҙәк мәсьәләләрҙе үтәүгә үҙ өлөшөн индерергә тырышты.

Ҡоролтайҙың төп эш йүнәлеше башҡорт халҡының телен, ғөрөф-ғәҙәттәрен, йолаларын, йырҙарын, ҡурай моңон, арҙаҡлы шәхестәрен, ябай, әммә уңған кешеләренең фиҙаҡәр хеҙмәтен, матур, иманлы ғаиләләрҙең өлгөһөн башҡаларға еткереп, һаҡлап ҡалыу булды. Бынан тыш район хакимиәтенең барлыҡ бүлектәре, ауыл советы биләмәләре, мәктәп, клуб, китапханалар менән берлектә байтаҡ эштәрҙә лә ҡатнашылды. Шуларҙың бер нисәһен генә әйтеп үтәһем килә. Башҡортостан автономияһының 100 йыллығына арналған Ырымбурҙағы Карауанһарайҙа, Стәрлетамаҡ ҡалаһында, Өфө Конгресс-холында, Баймаҡ районы Темәс ауылында Бөтә Донъя башҡорттары ҡоролтайының (конгресының) киңәйтелгән конференциялары эштәрендә ҡатнашылды. Район ауылдарында үткән шәжәрә байрамдары, «Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!», юбилярҙар кисәләре, «Урал батыр» эпосы конкурсы, ҡурайсылар байрамы, «Аҡбуҙатта ҡунаҡта» кисәләре, һабантуйҙар һәм башҡа саралар традицияға әйләнде.

Районыбыҙҙың ошо һәм башҡа эштәренең уртаһында ҡатнашҡан ҡоролтай башҡарма комитеты ағзалары тураһында әйтер һүҙем бар ине. Комитетта барлығы 13 кеше: төп куратор, әлбиттә, район хакимиәте башлығы Әхәт Йәүҙәт улы Ҡотлоәхмәтов. Хужаның ярҙамынан башҡа бер ниндәй ҙә эш башҡарып булмағанын һеҙ яҡшы аңлайһығыҙҙыр, моғайын. Шуныһы хаҡ, беҙ ярҙамһыҙ ҡалғаныбыҙ юҡ. Иншалла.

Көндәлек эш һәр саҡ комитет ағзаһы, хакимиәт башлығы урынбаҫары Люциә Тәлғәт ҡыҙы Хәмитованың күҙ уңында тотола. Барлыҡ социаль объекттарҙың эшләүен ойошторған хеҙмәткәр булараҡ, уның ярҙамы тик рәхмәттәргә генә лайыҡ.

Мәғлүмәт-аналитика бүлеге начальнигы Ләйсән Ғәйнулла ҡыҙы Нуриәхмәтова ихлас күңелдән ярҙам ҡулы һуҙмаһа, «һуҡыр» булыр инек.

Ә мәғариф бүлегенең методика бүлеге мөдире, район Советы депутаты Ләйсән Хәсән ҡыҙы Аҙнабаеванан башҡа район ҡоролтайы эшен күҙ алдына ла килтереп булмай. Бигерәк тә мәктәп уҡыусылары, балалар баҡсалары төркөмдәрендә башҡорт телен уҡытыуға күп көсөн, белемен, тырышлығын һала ул.

Фәнир Саҙретдин улы Малбаевты белмәгән кеше һирәктер. Ул, хәйриә фонды директоры һәм минең ярҙамсым, дәртле лә, тырыш та кеше булараҡ, район үҙәгендә төҙөлгән Геройҙар аллеяһына, алдынғылар таҡтаһына, хәрби техника урынлаштырыуға, бәләгә осраған кешеләргә ярҙам итеүгә, һабантуйға һәм күп сығымдар талап иткән башҡа мәҙәни сараларға, «Батыр» балалар баҡсаһындағы башҡорт төркөмөн ҡурсалауға бөтөн тырышлығын һала.

Телебеҙҙе һаҡлау һәм уҡытыу тураһында күп хәбәрҙәр булды. Шуға ҡарамаҫтан, башҡорт теле, дәүләт теле булараҡ, аҙнаға 2 сәғәт уҡытыла. Хәҙер гранттар ҙа биреләсәк. Беҙҙең барлыҡ өмөтөбөҙ район мәғариф бүлеге начальнигы Лира Рафаэль ҡыҙы Тереғоловала, Мәүлиҙә Зәйнәғбдинова, Резеда Иҙрисова кеүек халҡым тип янып йөрөгән уҡытыусыларҙа.

Көйөргәҙе районының һәм Күмертау ҡалаһының ғорурлығы булып урында туған телебеҙҙә сығып килеүсе берҙән-бер милли матбуғат баҫмаһы – «Юшатыр» гәзите тора. Уның баш мөхәррире, район башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты ағзаһы Малик Миңлебулат улы Ильясов. Бөгөн гәзит ифрат ҙур эштәр башҡара — телде һаҡлау менән бергә тәрбиәүи мәсьәләләрҙе ҡыйыу яҡтырта. Был гәзит һәр бер мосолман өйөндә булырға тейеш.

Ә уңған ир азаматтарыбыҙҙың береһе — Юнир Ирек улы Сынбулатов иң күп башҡорттар йәшәгән Яҡшымбәт ауыл советы биләмәһен етәкләй. Уның халҡы өсөн башҡарған изге эштәрен яҙып бөтөрлөк түгел. Тик уңыштар ғына юлдаш булһын үҙенә.

Зиннур Закир улы Исхаҡов — районда ғына түгел, республика һәм Рәсәй тарафтарында билдәле шәхес. Ул Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы (конгресы) ревкомиссияһы ағзаһы ла. Ҡала, район спорт ярыштары, мәҙәни саралар, мәктәп уҡыусылары менән осрашыу, конкурстар, фестивалдәр уның матди ярҙамынан башҡа үтмәй тиерлек.

Беҙҙең тағы ла бер уңған егетебеҙ бар — Дамир Минияр улы Хәйбуллин. Атаһы Минияр Әүхәҙи улы Хәйбуллин менән Мәскәүҙә үткән башҡорттар һабантуйына үҙҙәре йыйған, эшләгән бороңғо башҡорт ҡомартҡыларын алып барып, күрһәтеп-һөйләп, мәскәүҙәрҙе шаҡ ҡатырып ҡайттылар. Улар Ислам динен тергеҙеүгә бик күп матди ярҙам күрһәтә.

Бына шулай эшләргә тырыша район башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты. Дөйөм эш һәр беребеҙҙең башҡарған айырым-айырым эштәренән туплана. Уңған бал ҡорттары нисек умартаға бал ташыһа, беҙҙең ҡоролтай ағзалары ла, уларҙың шул өлгөһөнә эйәреп, һәр ҡайһыһы үҙ өлөшөн индерергә ынтыла.

2018 йылда халҡыбыҙҙың милли батыры, абыҙы Кинйә Арыҫлановтың тыуыуына 235 йыл тулыуҙы үткәреү ҡоролтай ағзалары алдында ҙур бурыс булып тора. Көйөргәҙе еренең бәрәкәтле тупрағында тыуып үҫкән арҙаҡлы шәхестәребеҙ Ғәзиз Әлмөхәмәтов, Таһир Имаков, Сәғит Әлибаевтарҙың хәтер кисәләрен үткәреү насар булмаҫ ине. Алда пландар, теләһәң, эшләйһе эштәр бик күп. Бының өсөн ҡоролтай ағзаларына, һәр милләттәшебеҙгә бергә һәм берҙәм булыу кәрәк.
Читайте нас: