Все новости
Сәйәсәт
16 Января 2018, 14:19

ӘҘЕРЛЕКТӘР БАРА

Мартта Рәсәй президенты һайлауҙары буласаҡ. Шуға ҡыҙыу әҙерлек эштәре башланды.

Мартта Рәсәй президенты һайлауҙары буласаҡ. Шуға ҡыҙыу әҙерлек эштәре башланды.

Бындай мөһим ваҡиға алдынан һәр бер тауыш өсөн көрәш башлана. Ә һайлауға йөрөүселәр һаны йылдан-йыл кәмей. 2017 йылдың 1 июленә районда 19 мең 57 һайлаусы булһа, быйыл 1 ғинуарға был һан 18 мең 960-ҡа ҡалған. Ермолаево ауыл советында быйыл һайлаусылар һаны 31-гә кәмегән, Илкәнәй биләмәһендә 6-ға, Зәк-Ишмәттә 16-ға, Керәүле Илюшкинда 4-кә, Отрадала 1-гә, Свободала 3-кә, Шәбағышта һәм Яҡшымбәттә һигеҙәр кешегә, Морапталда 6-ға, Ленинда 10-ға, Бахмут ауыл советында 11-гә. Ә бына Таймаҫ ауыл советында, киреһенсә, һайлаусылар һаны 7 кешегә артҡан.

Зөлфиә АРАПТАНОВА, Илкәнәй һайлау участкаһы рәйесе:

- Илкәнәй ауыл советында урынлашҡан участкаларҙа һайлауға килеүселәр һаны 80 проценттан да кәм булғаны юҡ. Буласаҡ һайлауҙа ла 80 проценттан да ҡалмаҫбыҙ, тип уйлайым. Һайлауға халыҡты мөмкин тиклем нығыраҡ саҡырыр өсөн эштәр алдан башлана. Беҙҙә пропискала тороп та ситтә йәшәүселәр һаны ныҡ күп. Ундайҙарҙы туғандары аша табабыҙ. Адрестарын алып, үҙҙәрен күрергә тырышабыҙ, йә булмаһа шылтыратып һайлауға саҡырабыҙ. Халыҡты һайлауға саҡырыр өсөн төрлө юлдар эҙләйбеҙ. Мәҫәлән, алдан һайлауға рөхсәт булһа, ситтә эшләүселәрҙе иҫкәртәбеҙ һәм алдан һайлатып та ҡуябыҙ. Ҡағиҙә булараҡ, студенттарыбыҙ, әрмелә хеҙмәт иткәндәр, хатта төрмәлә ултырғандар үҙ урындарында тауыш бирә. Ошо хаҡта беҙгә иҫкәртеү ҡағыҙы килһә, беҙ исемлеккә улар тәңгәленә һайлаған участкаларының номерҙарын яҙып ҡуябыҙ һәм был беҙҙә минус булып һаналмай.

Минзилә РАХМАНҒОЛОВА, Яҙлау һайлау участкаһы рәйесе:

- Беҙҙең ауылда хәҙер халыҡ та ҡалманы. Элек һайлауҙарға 85 – 92 процент һайлаусылар килһә, быйыл ҡурҡыта. Сөнки, эшһеҙлектән халыҡ китеп бөттө. Мәҫәлән, һайлаусылар исемлегендә 100-ҙән артыҡ кеше булһа, ауылда яртыһынан күбеһе ситтә. Һайлауға етди әҙерлек алып барабыҙ: селекторҙарға йөрөйбөҙ, ситтә булған ауылдаштарыбыҙҙы табабыҙ, уларҙы һайлауға саҡырып шылтыратабыҙ. Етмәһә, һайлау ҡыш ваҡытына тура килә, ауылға автобус йөрөмәй. Күп кеше такси менән һайлауға ҡайтып кире китер өсөн аҡса юҡ, тиҙәр. 18 март булғас эш хаҡы алған ваҡыт та тура килмәй, ни айҙың башы, ни аҙағы түгел. Шулай, был һайлауҙарҙа ҡурҡындыра.

Михаил ПОДКОВКО, Күмертау территориаль һайлау комиссияһы рәйесе:

- Күмертауҙа һайлаусылар исемлегендә 50 мең тирәһе һайлаусы индерелгән. Алдағы һайлауҙарҙа 70 процентҡа тиклем халыҡ һайлауға килде. Киләһе һайлауҙа нисә процент булыуын алдан күҙаллау ауыр, әлбиттә, әммә был һайлауҙа ла шулай булыр, тип ышаныр кәрәк. Үткән һайлауҙар тәжрибәһенән сығып, халыҡ менән бәйләнеш, урындарҙа мәғлүмәттең асыҡлығы ни тиклем мөһим булыуын әйтә алам. Һайлау сараларын юғары кимәлдә ойоштороу, һайлауҙы үткәреүселәрҙең профессиональ әҙерлегенә, хоҡуҡи белемлелегенә бәйле. Һайлау комиссиялары ойошторолоп, уларҙың рәйестәре тәғәйенләнә. Тап шуға участка һайлау комиссияларының рәйес һәм секретарҙарына уҡыуҙар ҙа уҙғарыла.
Читайте нас: