Все новости
Сәйәсәт
26 Января 2018, 17:02

ЭШКӘ ТОТОНОР ВАҠЫТ

Кисә районға Башҡортостан Республикаһының эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитеты рәйесе урынбаҫары Азамат Ансар улы Ғәлин һәм Кинйә Арыҫланов исемендәге мәрхәмәтлелек фонды етәксеһе Марс Хәбибулла улы Юлбарисов килде.

Кисә районға Башҡортостан Республикаһының эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитеты рәйесе урынбаҫары Азамат Ансар улы Ғәлин һәм Кинйә Арыҫланов исемендәге мәрхәмәтлелек фонды етәксеһе Марс Хәбибулла улы Юлбарисов килде. Улар район хакимиәте башлығы Әхәт Йәүҙәт улы Ҡотлоәхмәтов менән бергә район буйлап йөрөп сыҡтылар, Яҡут тоҙло күлендә һәм Ҡалта ауылы янындағы Баязит Бикбай исемендәге шишмәлә булдылар. Беҙ Марс Хәбибулла улының кеҫә телефонына шылтыратып, шунда уҡ фекерен белергә өлгөрҙөк:

- Көйөргәҙе районы Бөрйән кластерына индерелде. Инде хәҙер шуны ғәмәлләштереү маҡсатында Яҡут тоҙло күлен күреп, уның эше менән яҡындан таныштыҡ, нисек итеп уны яңы кимәлгә күтәреү, һөҙөмтәлерәк итеү хаҡында фекер алыштыҡ.

Беҙҙе тағы ла Ҡалта ауылындағы эсәр һыу сығанағы ҡыҙыҡһындыра. Ошо ауылда тыуып үҫкән бер эшҡыуарыбыҙ эш башлаған булған, тик ул эш туҡталып ҡалған. Хәҙер бергәләп тотонорға, уға финанс һалырға уйлайбыҙ, - тине ул.
Читайте нас: