Все новости
Сәйәсәт
26 Января 2018, 16:24

КӨЙӨРГӘҘЕ ХОРОШАВИНДАРЫ

Илдәге власть партияһы көндән-көн таҙара. Йәғни араларындағы ундай-бындай ҡырын эштәрҙә ғәйепләнгән, араларҙы бысратҡан кешеләрҙе алып ташлайҙар. Хәтерегеҙҙә булһа, коррупция менән эләккән бар губернатор-фәләндәр барыһы ла «Берҙәм Рәсәй»ҙә тора ине, тегеләр нәрәтәгә кереп ҡабыу менән, партиянан алып ырғыттылар. Исемдәре киң билдәле Сахалиндың элекке губернаторы А. Хорошавин, Коми башлығы булған В. Гайзерҙы атау ҙа етә, ә барыһын да һанап тороу кәрәкмәй – гәзиттә урын етмәҫ.

Был яҡтан беҙҙең районда ла эштәр ҡаты ҡуйылған - саҡ ҡына яҙа баҫтыңмы – бөттө, партия менән хушлашаһың. Яңыраҡ урындағы «Берҙәм Рәсәй» партияһының ултырышында бер юлы өс партия ағзаһына ҡара мөһөр һуғылды. Берәүһенең ағзалығы туҡтатылып торолдо. Ялсыҡайҙа йәшәгән ҡатынға уның ҡылған енәйәте өсөн суд булмаған, шуға көтөңкөрәп торалар эш нисек бөткәнен. Холмогорҙан булған ағзаны (ул да ҡатын кеше) сығарҙылар партия сафынан – ултырыштарға йөрөмәгән, ғөмүмән, район сәйәсәтенә бик йылы ҡарашта булмаған да, ахыры. Шуға партия исеменә тап төшөргәне өсөн тип, партбилетын өҫтәлгә һалырға бойоролдо. Яңы Морапталда йәшәүсе икенсе бер ағза (быныһы ир) енәйәт эше менән тотолғаны өсөн партияны ташлап китергә мәжбүр булды. Шулай итеп, власть партияһы Көйөргәҙе масштабындағы хорошавиндар менән хушлашты, тиергә була.

Ошо уҡ ултырышта яңы ағзалар алынды, һәммәһе алты кеше, Яҡшымбәт һәм Ермолайҙан. Ҡалған силсәүиттәргә лә табырға ҡушылды нормальныйыраҡ кешеләрҙе, юҡһа, районда «Берҙәм Рәсәй»ҙә алты йөҙҙән саҡ ҡына артыҡ кеше тора, был аҙ, тинеләр. Партияға алынған кеше, билдәле, аҡтан-аҡ, сафтан-саф булырға тейеш.

Керһендәр күберәк партияға, насар түгел был, тик рәттәрҙә таҙа кешеләр булһын ине.
Читайте нас: